23 Бәрәхъяһ менән Әлҡана Алла һандығы янында һаҡсы була.
– Баш ҡаһин Хилҡияһҡа барып әйт, тупһа һаҡсылары Раббы ҡорамына килгән халыҡтан йыйған көмөштө алып һанаһындар.
Нөгәрҙәр башлығы баш ҡаһин Сераяһты, ҡаһин ярҙамсыһы Сефанъяһты, өс тупһа һаҡсыһын әсиргә алды.
Самарияға кире килеп, ҡапҡа һаҡсыларын саҡырҙылар ҙа уларға: – Арамиҙарҙың тупламына барғайныҡ. Унда бер кем дә юҡ, тып-тын. Аттары менән ишәктәре генә бәйле тора. Сатырҙарын да, нисек бар, шулай ташлап киткәндәр, – тип һөйләп бирҙеләр.
Левиҙәрҙең йыр буйынса башлығы Кенанъяһ, йырға оҫта булғанлыҡтан, йыр өсөн яуаплы була.
Шеванъяһ, Йошафат, Неҫанил, Ғамасай, Зәкәрьяһ, Бенаяһ һәм Әлиғәзәр ҡаһиндар Алла һандығы алдынан борғолар ҡысҡыртып бара. Ғовед-Эдом менән Йехияһ та һандыҡ янында һаҡсы була.
Ысынлап та, Үҙенән ҡурҡҡандарға Уның ҡотҡарыуы яҡын, Уның шөһрәте беҙҙең еребеҙҙә төйәкләнәсәк.
Шемуил иртәнгә тиклем ятты, шунан тороп Раббы йортоноң ишектәрен асты. Күргән күренмешен Ғәлигә һөйләргә ҡурҡты.