21 Маттиҫъяһ, Әлифлеһу, Миҡнияһ, Ғовед-Эдом, Йеғиил һәм Ғазазъяһ һигеҙ ҡыллы уйын ҡоралдарында уйнай башлай.
Шулай уҡ башҡа ҡәрҙәштәрен – Зәкәрьяһты, Бенде, Яғазиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Ғунниҙы, Әлиавты, Бенаяһты, Мағасеяһты, Маттиҫъяһты, Әлифлеһуҙы, Миҡнияһты һәм ҡапҡа һаҡсылары Ғовед-Эдом менән Йеғиилды уларға ярҙамға ҡуя.
Левиҙәрҙең йыр буйынса башлығы Кенанъяһ, йырға оҫта булғанлыҡтан, йыр өсөн яуаплы була.
Асафты баш итә, уға ярҙамға Зәкәрьяһты, Йеғиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Маттиҫъяһты, Әлиавты һәм Бенаяһты, Ғовед-Эдомды һәм Йеғиилды – лирала һәм арфала уйнарға, Асафты еҙ тәрилкә һуғырға тәғәйенләй.
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
Мөгөҙ борғолар ҡысҡыртып данлағыҙ Уны! Лира, арфа ҡылдары сиртеп данлағыҙ!
Гел генә Раббыға маҡтау-шөкөр яуҙырамын, Уны данлау телемдән һис төшмәй.
Йылғалар гөрләп аға, йә Раббы, Йылға һыуҙары шаулай, Гөрһөлдәй йылға һыуҙары.
Шунан һуң пелештиҙәрҙең һаҡсы ғәскәре торған Алла Гивғаһына килеп етерһең. Ҡалаға ингәс, лира, дөңгөр, һыбыҙғы, арфа тауыштары аҫтында табыныу ҡалҡыулығынан пәйғәмбәрлек итеп төшөп килгән бер төркөм пәйғәмбәрҙәрҙе осратырһың.