8 Дауыттың бар Исраилға батша итеп мәсехләнгәнен ишеткәс, бөтә пелештиҙәр уны эҙләргә керешә. Был хаҡта белеп ҡалғас, Дауыт үҙе уларға ҡаршы китә.
Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары Хевронға батша янына килде. Дауыт батша Хевронда Раббы хозурында улар менән килешеү төҙөнө. Аҡһаҡалдар Дауытты Исраилға батша итеп мәсехләне.
Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары Хевронға батша янына килә. Хевронда Раббы хозурында Дауыт улар менән килешеү төҙөй. Аҡһаҡалдар, Раббының Шемуил аша еткерелгән һүҙе буйынса, Дауытты Исраилға батша итеп мәсехләй.
Әлишамағ, Беғәльядағ һәм Әлифәләт.
Пелештиҙәр килеп, Рефалар үҙәнен таларға тотона.
Ахиштың хеҙмәтселәре: – Был теге илдең батшаһы Дауыт түгелме? – тинеләр. – Бейешкәндә: «Шаул ҡырҙы меңдәрҙе, Ә Дауыт ун меңдәрҙе», – тип уның тураһында йырламайҙар инеме?