3 Йәрүсәлимдә Дауыт йәнә ҡатындар ала. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуа.
Хеврондан Йәрүсәлимгә килгәс, Дауыт йәнә ҡатындар һәм йәриәләр алды. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы.
Сөләймәндең батша ҡыҙҙарынан алған ете йөҙ ҡатыны һәм өс йөҙ йәриәһе бар ине. Бына шул ҡатындар уны юлдан яҙҙырҙы ла инде.
Дауыт Раббының уны Исраил батшаһы итеп раҫлағанын һәм халҡы Исраил хаҡына уның батшалығын күтәргәнен аңлай.
Бына уның Йәрүсәлимдә тыуған балаларының исемдәре: Шаммуағ, Шовав, Наҫан, Сөләймән,
Раббы миңә бик күп улдар бирҙе, бөтә улдарым араһынан Раббы батшалығы тәхетенә ултыртыр өсөн Исраилға батша итеп Сөләймәнде һайланы.
Яратҡан ҡатының менән тормошҡа шатланып йәшә, ҡояш аҫтындағы фани ғүмереңдең һәр көнөнә ҡыуан. Был ғүмерҙе һиңә Алла бирҙе – былар һинең был донъялағы тормошоңдағы һәм ауыр хеҙмәтеңдәге өлөшөң.
Һеҙ: «Ни өсөн һуң?» – тип аптырайһығыҙ. Сөнки Раббы – һинең менән һәм һин йәшләй өйләнгән ҡатының араһында шаһит ине. Ул ҡатын һинең юлдашың һәм никах килешеүе менән хәләлең булған хәлдә, һин уға хыянат иттең.
– Һеҙ таш йөрәкле булғанға күрә, Муса ҡатындарығыҙ менән айырылышырға рөхсәт биргән. Башланғыста улай түгел ине, – тип яуапланы Ғайса.
Йөрәге хаҡ юлдан тайпылмаһын өсөн батшағыҙ күп ҡатын алмаһын. Шулай уҡ көмөш менән алтынды ла артыҡ йыймаһын.