9 Кидон тигән кешенең ырҙыны янынан үтеп барғанда, үгеҙҙәр һөрлөгөп китә лә, Ғузза, ҡулын һуҙып, һандыҡты тотоп ҡала.
Иордан аръяғындағы Горен-Атадҡа барып еткәс, улар күмәкләшеп ҡысҡырып илай-илай матәм йолаһын үткәрҙеләр. Йософ атаһы өсөн ете көн йәш түкте.
Нахон тигән кешенең ырҙыны янынан үтеп барғанда, үгеҙҙәр һөрлөгөп китте лә, Ғузза, ҡулын һуҙып, Алла һандығын тотоп ҡалды.
Раббыға яҡынлашырға йыйынған ҡаһиндар ҙа үҙҙәрен изгеләндерһен; юҡһа Раббы уларҙы юҡ итер.
Раббы Мусаға: – Бар, төш тә бында Һарун менән бергә мен. Ә ҡаһиндар менән халыҡ бында, Раббы янына, менергә уҡталмаһын, юҡһа Раббы уларҙы юҡ итер, – тине.