Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 13:8 - Изге Яҙма

8 Ә Дауыт менән бөтә Исраил халҡы Алла алдында бар күңелен һалып йырлай-йырлай, арфа һәм лира сиртеп, дөңгөр ҡағып, еҙ тәрилкәләр һуғып, борғола уйнап, бейей-бейей күңел аса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 13:8
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә хәҙер арфала уйнаған берәйһен табып килтерегеҙ. Арфасы килеп уйнай башлағайны, Ильясиғинға Раббының ҡөҙрәте иңде.


Бына шулай бөтә Исраил халҡы шау-гөр килеп, тәкә мөгөҙө, борғолар, һуҡма тәрилкәләр тауышы аҫтында, лира һәм арфалар уйнатып, Раббының Килешеү һандығын алып ҡайта.


Һеман менән Йедуҫун, борғола, һуҡма тәрилкәлә һәм башҡа төрлө уйын ҡоралдарында уйнап, Аллаға йырларға тейеш була. Йедуҫун улдары иһә ҡапҡа һаҡлай.


Асафты баш итә, уға ярҙамға Зәкәрьяһты, Йеғиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Маттиҫъяһты, Әлиавты һәм Бенаяһты, Ғовед-Эдомды һәм Йеғиилды – лирала һәм арфала уйнарға, Асафты еҙ тәрилкә һуғырға тәғәйенләй.


дүрт меңе – ҡапҡа һаҡларға һәм тағы дүрт меңе, Дауыт эшләп биргән уйын ҡоралдарында уйнап, Раббыға дан йырларға тейеш.


Йәрүсәлимгә лиралар, арфалар, борғолар тауышы аҫтында ҡайтып, Раббы йортона киләләр.


бөтә йырсы левиҙәр – йоҡа етендән кейенгән, ҡулдарына лира, арфа, һуҡма тәрилкәләр тотҡан Асаф, Һеман, Йедуҫун, уларҙың улдары һәм туғандары ҡорбан усағының көнсығыш яғына теҙелә. Уларҙың янында борғо ҡысҡыртыусы йөҙ егерме ҡаһин була.


Батшалар бер ергә йыйылдылар, Ҡалаға һөжүм итеү өсөн килделәр.


Йылғалар гөрләп аға, йә Раббы, Йылға һыуҙары шаулай, Гөрһөлдәй йылға һыуҙары.


Шау-шыулы йырҙарыңдан арала Мине, Лирағыҙҙың ауазын ишеткем килмәй.


Лира сиртеп йыр һуҙаһығыҙ, Гүйә, Дауыт кеүек оҫта уйнайһығыҙ.


Шунан һуң пелештиҙәрҙең һаҡсы ғәскәре торған Алла Гивғаһына килеп етерһең. Ҡалаға ингәс, лира, дөңгөр, һыбыҙғы, арфа тауыштары аҫтында табыныу ҡалҡыулығынан пәйғәмбәрлек итеп төшөп килгән бер төркөм пәйғәмбәрҙәрҙе осратырһың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ