5 Шулай итеп, Дауыт, Алла һандығын Ҡыръяҫ-Еғаримдан күсереп алып ҡайтыр өсөн, Мысыр Шихорынан Лево-Хамаҫҡаса бөтә ерҙән бар исраилдарҙы йыя.
Дауыт тағы Исраилдың арҙаҡлы заттарын йыйып алды. Улар утыҙ мең кеше булды.
Евфрат йылғаһынан пелешти ерҙәренә һәм Мысыр сиктәренә тиклем йәйрәп ятҡан бөтә батшалыҡтар Сөләймәндең ҡул аҫтында булды. Улар барыһы ла Сөләймәнгә ғүмере буйы хеҙмәт итте һәм яһаҡ түләне.
Аллабыҙ Раббы хозурында Сөләймән менән бергә бөтә Исраил – Лево-Хамаҫтан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем йәшәгән барса халыҡ – ҙур йыйын булып ете көн байрам итте. Ете көн, унан тағы ете көнгә, йәмғеһе ун дүрт көнгә һуҙылған оло бер байрам булды.
Бабил батшаһы уларҙы Хамаҫ ерендәге Ривлала язалап үлтерҙе. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы үҙ төйәгенән һөргөнгә ҡыуылды.
Бар йыйын: «Әйҙә шулай булһын», – тип хуплай, сөнки был ғәмәл бар халыҡҡа дөрөҫ булып тойола.
Дауыт менән барлыҡ исраилдар, кирубтар араһында тәхет ҡорған Раббы Алланың исемен йөрөткән һандыҡты алып ҡайтыу өсөн, Йәһүҙәләге Бағала ҡалаһына – Ҡыръяҫ-Еғаримға – юллана.
Раббы һандығын уны ҡуйырға тип әҙерләнгән ергә килтерер өсөн Дауыт барлыҡ исраилдарҙы Йәрүсәлимгә йыя.
Ҙур һыу буйлап Шихорҙан орлоҡ, Нилдан иген килтерерҙәр ине. Бөтөн ҡала ҡәүемдәргә баҙар булды.
Инде ниңә Мысырға бараһың, Шихор һыуын эсергәме? Ни өсөн Ашшурға юл тотаһың, Евфрат һыуын эсергәме?
Исраилдар юлға сыҡты һәм өсөнсө көнөнә хиууи ҡалалары Ғивғон, Кефира, Беероҫ һәм Ҡыръяҫ-Еғарим янына килеп туҡтаны.
Улар Ҡыръяҫ-Еғаримда йәшәүселәргә: – Пелештиҙәр Раббының һандығын кире бирҙе. Килегеҙ, уны үҙегеҙгә алып ҡайтығыҙ, – тип илселәр ебәрҙеләр.
Ҡыръяҫ-Еғаримда йәшәүселәр Раббының һандығын барып алды. Уны Авинадавтың ҡалҡыулыҡта торған йортона алып менделәр, улы Әлғазарҙы изгеләндереп, Раббы һандығын һаҡларға тәғәйенләнеләр.
Изге һандыҡ оҙаҡ ваҡыт – егерме йыл буйы Ҡыръяҫ-Еғаримда булды. Ул арала бөтә Исраил халҡы илай-илай Раббыны эҙләй башланы.