14 Алла һандығы өс ай буйы Ғовед-Эдом йортонда тора һәм Раббы Ғовед-Эдомға, уның ғаиләһенә, бөтә мал-мөлкәтенә Үҙенең бәрәкәтен күндерә.
– Әгәр ҙә минән риза булһаң, бында ҡал! – тине уға Лаван. – Мин күрәҙәлек аша шуны аңланым: һинең арҡала Раббы мине лә фатихаланы.
Шунан башлап Йософ арҡаһында Раббы уны ла фатихаланы – Мысыр кешеһенең йортта ла, баҫыуҙа ла һәр йәһәттән эше уң барҙы.
Раббы һандығын үҙенә, Дауыт ҡалаһына, алып ҡайтырға баҙнат итмәне, барған юлынан боролоп, уны Ғаҫ кешеһе Ғовед-Эдомдың йортона ҡуйҙы.
шулай уҡ Ғовед-Эдом менән уның алтмыш һигеҙ туғанын ҡалдыра. Йедуҫун улы Ғовед-Эдом менән Хосаны ҡапҡа һаҡсыһы итеп ҡуя.
Раббы фатихаһы кешене байыта, һин уның менән ҡайғы белмәҫһең.