13 Дауыт һандыҡты тура үҙенә, Дауыт ҡалаһына, алып ҡайтмай, барған юлынан боролоп, уны Ғаҫ кешеһе Ғовед-Эдомдың йортона ҡуя.
Ҡасандыр Беероҫ халҡы Гиттаимға ҡасып киткән була һәм шунда ошо көнгә тиклем килмешәк хәлендә йәшәй.
Дауыт тағы Исраилдың арҙаҡлы заттарын йыйып алды. Улар утыҙ мең кеше булды.
Шул көндө Дауыт Алланан бик ныҡ ҡурҡа һәм: «Нисек Алланың һандығын үҙемә алып инәйем?» – ти.
Шулай уҡ башҡа ҡәрҙәштәрен – Зәкәрьяһты, Бенде, Яғазиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Ғунниҙы, Әлиавты, Бенаяһты, Мағасеяһты, Маттиҫъяһты, Әлифлеһуҙы, Миҡнияһты һәм ҡапҡа һаҡсылары Ғовед-Эдом менән Йеғиилды уларға ярҙамға ҡуя.
Бына шулай, һөйөнөс менән, Дауыт һәм Исраил аҡһаҡалдары, мең баштары Раббының Килешеү һандығын Ғовед-Эдом йортонан күсереп алып ҡайта.
Асафты баш итә, уға ярҙамға Зәкәрьяһты, Йеғиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Маттиҫъяһты, Әлиавты һәм Бенаяһты, Ғовед-Эдомды һәм Йеғиилды – лирала һәм арфала уйнарға, Асафты еҙ тәрилкә һуғырға тәғәйенләй.
Ғовед-Эдомдың улдары: баш балаһы – Шемағъяһ, икенсеһе – Йеһозавад, өсөнсөһө – Йоах, дүртенсеһе – Сахар, бишенсеһе – Неҫанил,
Улар бөтәһе лә – Ғовед-Эдом нәҫеленән. Улдары, ағай-энеләре менән бергә хеҙмәттә тырыш һәм булдыҡлы кешеләр һаны Ғовед-Эдом нәҫелендә алтмыш ике була.