10 Шул саҡ Раббының Ғуззаға асыуы ҡабара һәм, һандыҡҡа ҡағылырға ҡулын һуҙған өсөн, уның ғүмерен өҙә. Ғузза шунда Алла ҡаршыһында йән бирә.
Раббының Ғуззаны һәләк итеүе Дауытты ҡайғыға һала. Ошо төбәккә ул «Пәрәс-Ғузза» тип исем ҡуша. Был урын әле лә шулай тип йөрөтөлә.
сөнки теге юлы һеҙ быны эшләмәгән өсөн, беҙ Унан нисек булырға тейешен һорамаған өсөн Аллабыҙ Раббы беҙгә ҡаты асыуланды.
Левиҙәр, Раббы һүҙе буйынса Муса ҡушып ҡалдырғанса, Алла һандығын һайғауҙар менән яурындарына һалып, юлға сыға.
Раббының хозурынан ут сығып, хуш еҫле матдәләр килтергән теге ике йөҙ илле ирҙе лә һәләк итте.
Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булғанда, Һарун менән уның улдары Изге сатырҙы һәм уның бөтә кәрәк-ярағын ҡаплап бөткәс, уны күтәреп алып китер өсөн Ҡыһаҫ улдары килер; тик улар мөҡәддәс әйберҙәргә ҡағылмаһын, юҡһа үлерҙәр. Осрашыу сатырының был әйберҙәрен Ҡыһаҫ нәҫеле йөрөтөргә тейеш.
Халыҡҡа иһә: – Барығыҙ, ҡаланы урап сығығыҙ. Ҡораллы яугирҙәр Раббының Килешеү һандығы алдынан барһын, – тине.
Раббы һандығының эсен асып ҡараған өсөн, Алла Бейт-Шәмәш халҡынан етмеш кешене һәләк итте. Раббы ебәргән был оло ҡазаға халыҡ ныҡ иланы.