Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 12:40 - Изге Яҙма

40 Шулай уҡ уларҙың яҡындары ла, хатта Исасхар, Зевулун һәм Нафтали ырыуҙары ла, ишәктәргә, дөйәләргә, ҡасырҙарға, үгеҙҙәргә тейәп, ризыҡ килтерә: он, киптерелгән инжир, кипкән йөҙөм, шарап, зәйтүн майы; эре һәм ваҡ малды ла күп итеп алып киләләр, сөнки барлыҡ Исраил оло шатлыҡ кисерә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 12:40
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт тауҙан төшә генә башлағайны, уның ҡаршыһына Мефи-Бошеҫтың хеҙмәтсеһе Сива килеп сыҡты. Ул ике ишәккә ике йөҙ көлсә, йөҙ бәйләм кипкән йөҙөм, йөҙ бәйләм инжир һәм бер турһыҡ шарап артмаҡлатып алғайны.


Һыбыҙғылар уйнап, йырлап-бейеп Сөләймәндең артынан эйәрҙеләр. Улар шул тиклем ҡыуанды, хатта тауыштарынан ер тетрәгән кеүек булды.


Ил халҡы күңел асты. Ғаҫалъяһ батша һарайында ҡылыстан үткәрелгәндән һуң, ҡалала тыныслыҡ урынлашты.


Улар Дауыт янында өс көн була, ашап-эсеп һыйлана, сөнки туғандары улар өсөн барыһын да әҙерләп торған була.


Дауыт мең баштары, йөҙ баштары һәм барлыҡ башлыҡтар менән кәңәшләшә лә


Был көн Раббы хозурында ҙур шатлыҡ менән ашап-эсәләр. Дауыт улы Сөләймәнде тағы бер тапҡыр батша тип иғлан итәләр. Раббы алдында Сөләймән менән Садоҡтың башына зәйтүн майы һөртөп, Сөләймәнде юғары хаким итеп, ә Садоҡты ҡаһин итеп мәсехләйҙәр.


Тәҡүәгә яҡшы булһа – ҡала байрам итер, яман бәндәләр харап булһа – тантана яһарҙар.


Тәҡүәләр күбәйгәндә – халыҡ һөйөнә, яуыз хаким булғанда – халыҡ ыңғыраша.


Раббы миңә: – Башҡа бер ир менән уйнаш иткән ҡатыныңды әүәлгесә ярата бир – бүтән илаһтарға табынып, уларға саҙаҡа итеп килтерелгән йөҙөм көлсәләрен үҙ иткән Исраил халҡын Раббы ла шулай ярата, – тине.


Авигаил тиҙ генә ике йөҙ икмәк, ике турһыҡ шарап, бешерелгән биш һарыҡ, биш сеа ҡурмас, йөҙ бәйләм кипкән йөҙөм, ике йөҙ бәйләм киптерелгән инжир алды ла уларҙы ишәктәргә артмаҡлатты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ