38 Бөтә был яугирҙәр, ихлас йөрәктән Дауытты бөтә Исраилға батша итеп ҡуйырға тип, Хевронға саф-саф булып теҙелеп килә. Башҡа исраилдар ҙа Дауытты батша итеү ниәтендә берҙәмлек күрһәтә.
Сөләймән өлкәнәйгәс, ҡатындары уны башҡа илаһтар артынан әйҙәне. Шуға күрә батша, атаһы Дауыттан айырмалы рәүештә, үҙенең Аллаһы Раббыға бар булмышы менән тоғро булманы.
Бөгөнгө кеүек Уның бойороҡтарына тоғро булыу, ҡағиҙәләре буйынса йәшәү өсөн, йөрәгегеҙҙе Аллабыҙ Раббыға бағышлағыҙ.
– Йә Раббы! Һин хуш күргән ғәмәлдәр ҡылып, тоғролоҡ менән, ысын күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәнемде иҫеңә төшөрһәң ине, – тип әсенеп-әсенеп иланы.
зевулундарҙан яуға әҙер булған, төрлө һуғыш ҡоралы менән ҡоралланған илле мең кеше килә, сафтағылар барыһы ла бер төптән була;
Иордан аръяғынан, Рәүвән, Ғад һәм Менашше ырыуының яртыһынан һәр төрлө яу ҡоралы тотҡан йөҙ егерме мең кеше килә.
Улар Дауыт янында өс көн була, ашап-эсеп һыйлана, сөнки туғандары улар өсөн барыһын да әҙерләп торған була.
Раббы һүҙе буйынса батша һәм түрәләр биргән бойороҡ ғәмәлгә ашһын өсөн Алланың ихтыяры Йәһүҙә халҡының күңеленә берҙәмлек һала.
Йә Раббым, доғамды ишет, Ялбарыуҙарым Һиңә барып олғашһын.
Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт, Хаҡлығы иһә мәңгелек.
Мин уларға башҡа төрлө йөрәк бирермен, булмыштарына яңы рух һалырмын. Тәндәренән таш йөрәктәрен алып ташлап, уларға тере йөрәк бирермен.