32 Исасхар ырыуынан Исраилға ҡасан һәм нимә эшләргә кәрәклеген белгән аҡыллы кешеләр, башлыҡтарының һаны ике йөҙ булып, бөтә ағай-энеләре лә уларға эйәрә;
Исасхар ул – көслө ишәк ише, Йөктәр араһында ята булыр;
Менашше ырыуының яртыһынан ун һигеҙ мең кеше, улар Дауытты батшалыҡҡа ултыртырға тип исемләп билдәләнгән була;
Нәҫел шәжәрәләренә күрә һуғышҡа яраҡлы яугирҙәренең һаны утыҙ алты меңгә етә, сөнки уларҙың ҡатындары күп, улдары ишле була.
Батша нимә эшләргә кәрәклеген һорашып, аҡыл эйәләренә мөрәжәғәт итте – ғәҙәттә, ул ҡанундарҙы һәм хоҡуҡиәтте белгән кешеләр менән кәңәшләшер ине.
Зирәк кешенең аҡылы – үҙ юлын белеүҙә, Аҡылһыҙҙар ахмаҡлығы – уларҙың алдашыуында.
Аҡыллы кеше ҡеүәтле булыр, белемле әҙәм үҙ көсөн арттырыр.
Аҡыл кешене ҡалалағы ун хөкөмдарҙан көслөрәк итә.
Аҡыл һуғыш ҡоралынан яҡшыраҡ. Ләкин гонаһлы бер әҙәм күп яҡшылыҡты юҡҡа сығара ала.
Ул – тормошоғоҙҙоң ышаныслы нигеҙе. Ҡотҡарыусы, аҡыл һәм белемдең мул инеше; Раббынан ҡурҡыу – һеҙҙең хазина.
Раббынан ҡурҡыу иһә – аҡыл билдәһе. Тыңлағыҙ! Раббы ҡалаға һөрән һала: «Эй ҡалаға йыйылған йәмғиәт, ишет! Ҡалала йәшәүселәр, ҡолаҡ һалығыҙ!
Ә иртәнсәк күк йөҙөндә ҡарағусҡыл ҡыҙыл болоттар күрәһегеҙ ҙә: «Бөгөн дауыл булыр», – тиһегеҙ. Күккә ҡарап һауа торошон билдәләйһегеҙ, ә заман билдәләрен аңлай алмайһығыҙ.
Шуға күрә аңһыҙ булмағыҙ, Раббы ихтыярын аңлағыҙ.
Йософ беренсе булып тыуған үгеҙ кеүек ғәйрәтле; Мөгөҙө – хас ҡырағай үгеҙҙекеләй. Уның мөгөҙҙәре – Әфраимдың ун меңдәре, Менашшеның меңдәре. Ҡәүемдәрҙе ер сигенә тиклем Шулар менән һөҙөп ырғытасаҡ.