30 Әфраим ырыуынан егерме мең һигеҙ йөҙ ҡаһарман яугир, үҙ нәҫелдәренең абруйлы кешеләре;
Алла улдары кеше ҡыҙҙарына өйләнеп, ҡыҙҙар уларҙан бала тапҡан замандарҙа, һәм унан һуңыраҡ та, ерҙә бәһлеүәндәр булған. Баһадир булған улар, исемдәрен данға күмгәндәр.
Ул арала Шаулдың ғәскәр башлығы Нер улы Авнер, Шаулдың улы Иш-Бошеҫты Маханаимға алып килеп,
Ғилғәд, Ашшур, Изреғил, Әфраим һәм Бинйәмингә – бөтә Исраилға батша тип иғлан итте.
Авнер Бинйәмин ырыуына ла шул уҡ хәбәрҙе һөйләне. Шунан Авнер, Исраилдың һәм бөтә Бинйәмин ырыуының теләген Дауытҡа еткереү өсөн, Хевронға китте.
Шаул нәҫеле булған бинйәминдәрҙән өс мең кеше, тик әлегә уларҙың күбеһе Шаул яҡлыраҡ булып тора;
Менашше ырыуының яртыһынан ун һигеҙ мең кеше, улар Дауытты батшалыҡҡа ултыртырға тип исемләп билдәләнгән була;