29 Шаул нәҫеле булған бинйәминдәрҙән өс мең кеше, тик әлегә уларҙың күбеһе Шаул яҡлыраҡ булып тора;
Лаван туған-тыумасаһын йыйҙы ла Яҡуп артынан баҫтыра төштө. Ете көндән һуң ул уны Ғилғәд тауҙарында ҡыуып етте.
Авнер Бинйәмин ырыуына ла шул уҡ хәбәрҙе һөйләне. Шунан Авнер, Исраилдың һәм бөтә Бинйәмин ырыуының теләген Дауытҡа еткереү өсөн, Хевронға китте.
Ахитув улы Садоҡ менән Әвйәҫәр улы Ахимәләх – ҡаһиндар, Сераяһ – кәтип,
Уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған, уң ҡул менән дә, һул ҡул менән дә таш ырғыта һәм йәйәнән уҡ ата торған был бинйәминдәр Шаулдың ағай-энеһе була.
Әфраим ырыуынан егерме мең һигеҙ йөҙ ҡаһарман яугир, үҙ нәҫелдәренең абруйлы кешеләре;
Леви ырыуында – Ҡемуил улы Хашавъяһ; ә Һарун нәҫелендә – Садоҡ;