Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 12:28 - Изге Яҙма

28 ҡаһарман егет Садоҡ һәм уның нәҫеленән егерме ике башлыҡ;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 12:28
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ахитув улы Садоҡ менән Әвйәҫәр улы Ахимәләх – ҡаһиндар, Сераяһ – кәтип,


Әммә Садоҡ ҡаһин, Йеһоядағ улы Бенаяһ, Наҫан пәйғәмбәр, Шимғи, Реғи һәм Дауыттың йәнһаҡсылары Адонияһ яғына сыҡманы.


Батша Йеһоядағ улы Бенаяһты Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуйҙы. Ә Садоҡ Әвйәҫәр урынына ҡаһин итеп тәғәйенләнде.


Ҡавсеилдан Йеһоядағ улы Бенаяһ хәтәр эштәр башҡарған ғәййәр батыр була. Ул арыҫлан йөрәкле ике Моав егетенең йәнен ҡыя. Ҡарлы көндә һыу йыя торған соҡорға төшөп, бер арыҫланды үлтерә.


Бына ниндәй батырлыҡтар күрһәтә Йеһоядағ улы Бенаяһ. Ул теге өс батыр кеүек маҡтаулы була.


йәнә Һарун нәҫеле башлығы Йеһоядағ менән өс мең ете йөҙ кеше;


Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндарҙы, левиҙәрҙән Уриилды, Ғасаяһты, Йоилды, Шемағъяһты, Әлиилде һәм Ғамминадавты саҡырып алып,


Өсөнсө ай төркөмөнөң ғәскәр башлығы – Йеһоядағ ҡаһин улы Бенаяһ, уның төркөмөндә лә егерме дүрт мең кеше.


Ахитувтың улы – Садоҡ; Садоҡтың улы – Ахимағас.


Ахитув – Садоҡтың, Садоҡ – Ахимағастың,


Исраил Мине ташлап юлдан яҙған заманда Минең Изге торлағымда тоғро хеҙмәт иткән Садоҡ нәҫеленән булған леви ҡаһиндары хеҙмәт итер өсөн Минең хозурыма килһендәр. Ҡорбан малының эс майын һәм ҡанын Миңә һоноу өсөн ҡаршымда улар баҫып торор, – тип белдерә Раббы Хаким. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ