24 Йәһүҙә ырыуынан – ҡалҡан менән һөңгө йөрөткән яуға әҙер алты мең һигеҙ йөҙ кеше;
Хужаһы килгәнгә тиклем Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ. Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ. Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ.
Исраилдың бөтә ырыуҙары Хевронға, Дауыт янына килеп, былай тине: – Беҙ һинең менән бер йән, бер тән.
Бөтә исраилдар, Хевронға Дауыт янына йыйылып, уға былай ти: – Беҙ һинең менән бер йән, бер тән.
Раббы һүҙе буйынса Дауытты бөтә исраилдар менән бергә Исраилға батша итеп ҡуйҙырыуға бөтә тырышлығын һалған кешеләр түбәндәгеләр була.
Раббы һүҙе буйынса Шаул батшалығын уға тапшыртыр өсөн Дауыт янына Хевронға килгән ҡораллы яугирҙәрҙең һаны:
Шимғон ырыуынан – ете мең бер йөҙ ҡаһарман яугир;