Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 12:20 - Изге Яҙма

20 Дауыт Сиҡлағҡа кире ҡайтҡанда менашшеларҙың уның яғына сыҡҡандары: Ғаднах, Йозавад, Йедиғаил, Михаил, Йозавад, Әлиһу, Силлеҫай – менашшеларҙың мең башлыҡтары.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 12:20
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт пелештиҙәр менән Шаулға ҡаршы һуғышҡа барған саҡта, Дауытҡа Менашше ырыуынан да эйәреүселәр була. Тик Дауыт һәм уның кешеләре пелештиҙәр яғында һуғышмай, сөнки пелешти башлыҡтары үҙ-ара: «Был хакимы Шаул яғына сығып ҡуйыр ҙа башыбыҙға бәлә өҫтәр», – тип кәңәшләшеп, уны айырып ебәргән була.


Дошман баҫҡынсыларына ҡаршы торғанда Дауытҡа улар ҙур ярҙам күрһәтә, сөнки ҡаһарман яугирҙәр була. Улар Дауыт ғәскәрендә башлыҡтар булып китә.


Ә һин халыҡ араһынан һәләтле, Алланан ҡурҡҡан, дөрөҫлөккә хилафлыҡ ҡылмай торған, һатылмаҫ кешеләрҙе һайлап ал да башлыҡ итеп ҡуй: ҡайһыһын – мең башы, ҡайһыһын – йөҙ башы, ҡайһыһын – илле башы, ҡайһыһын ун башы ит.


Мин, ырыуҙарығыҙҙан аҡыллы һәм абруйлы ирҙәрҙе алып, уларҙы һеҙгә башлыҡ итеп ҡуйҙым, мең башы, йөҙ башы, илле башы, ун башы билдәләнем, һәр ырыуға етәкселәр тәғәйенләнем.


Йософ беренсе булып тыуған үгеҙ кеүек ғәйрәтле; Мөгөҙө – хас ҡырағай үгеҙҙекеләй. Уның мөгөҙҙәре – Әфраимдың ун меңдәре, Менашшеның меңдәре. Ҡәүемдәрҙе ер сигенә тиклем Шулар менән һөҙөп ырғытасаҡ.


Дауыт менән кешеләре, ҡабат пелешти еренә китер өсөн, таң һарыһынан уҡ ҡалҡты. Ә пелештиҙәр Изреғилгә йүнәлде.


– Бында ғивриҙәр нимә эшләй? – тип һөйләнде пелешти башлыҡтары. Ахиш уларға: – Был Исраил батшаһы Шаулдың яраны булған Дауыт та инде! Бер йылдан ашыу ул янымда йөрөй. Шаулды ташлап килгәненән алып бөгөнгәсә бер ниндәй ҙә яманлығын күргәнем юҡ, – тип яуап ҡайтарҙы.


Әммә пелешти башлыҡтары Ахишҡа бик асыуланды. – Был кешене кире ебәр. Һин уға тәғәйенләгән урынға кире ҡайтһын, тик беҙҙең менән һуғышҡа бармаһын. Юғиһә яу мәлендә беҙгә ҡаршы сығыр. Ышаныс ҡаҙаныр өсөн, хужаһына беҙҙең кешеләребеҙҙең башын биреүҙән дә яҡшыраҡ берәй әмәл бармы?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ