2 Уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған, уң ҡул менән дә, һул ҡул менән дә таш ырғыта һәм йәйәнән уҡ ата торған был бинйәминдәр Шаулдың ағай-энеһе була.
Шаул нәҫеле булған бинйәминдәрҙән өс мең кеше, тик әлегә уларҙың күбеһе Шаул яҡлыраҡ булып тора;
Гивғанан Шемаға улдары башлыҡ Ахиғәзер һәм Йоаш; Ғазмауыҫ улдары Йезиил менән Пәләт; Ғанаҫоҫтан Бераха менән Йеһу;
Улам улдары ҡаһарман яугирҙәр, мәргән уҡсылар була, уларҙың улдары һәм ейәндәре бик ишле булып, барлығы йөҙ илле йәнгә етә. Улар барыһы ла – бинйәминдәр.
Данлы исемең хаҡына беҙгә ярҙам ит, Йә Алла, ҡотҡарыусыбыҙ беҙҙең! Исемең хаҡына йолоп ал беҙҙе, Гонаһтарыбыҙҙы ғәфү ит.
Ошо ғәскәр араһында ете йөҙ һулаҡай яугир булып, уларҙың һәр береһе һапҡынан таш бәргәндә баштағы сәс бөртөгөнә лә тейҙерә алған мәргән ине.
Исраилдар ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, һәм Раббы Исраил халҡына ҡотҡарыусы итеп Бинйәмин ырыуынан Гераның улы Эһудты ҡуйҙы. Эһуд һулаҡай ине. Исраил халҡы Эһуд аша Моав батшаһы Ғәғлонға яһаҡ ебәрҙе.
Дауыт ҡулын тығып муҡсаһынан бер таш алды ла һапҡыһы менән уны һелтәп ебәрҙе. Таш пелештиҙең маңлайына барып ҡаҙалды. Пелешти йөҙтүбән ергә йығылды.