Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 12:19 - Изге Яҙма

19 Дауыт пелештиҙәр менән Шаулға ҡаршы һуғышҡа барған саҡта, Дауытҡа Менашше ырыуынан да эйәреүселәр була. Тик Дауыт һәм уның кешеләре пелештиҙәр яғында һуғышмай, сөнки пелешти башлыҡтары үҙ-ара: «Был хакимы Шаул яғына сығып ҡуйыр ҙа башыбыҙға бәлә өҫтәр», – тип кәңәшләшеп, уны айырып ебәргән була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 12:19
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Тынысланығыҙ, – тине уларға хеҙмәтсе, – ҡурҡмағыҙ. Моғайын, һеҙҙең Аллағыҙ – атайығыҙ Аллаһы – тоҡтарығыҙға хазина һалғандыр. Ул саҡта мин көмөштө тулыһынса алғайным! Шунан уларға Шимғонды алып килде.


Авшалом Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп Ғамасаны тәғәйенләне. Ғамаса Исмәғил ҡәүеменән Йәҫәр исемле бер кешенең улы ине. Әсәһе Нахаш ҡыҙы Авигаил – Серуяһтың ҡыҙ туғаны. Серуяһ иһә – Йоавтың әсәһе.


Дауыт Сиҡлағҡа кире ҡайтҡанда менашшеларҙың уның яғына сыҡҡандары: Ғаднах, Йозавад, Йедиғаил, Михаил, Йозавад, Әлиһу, Силлеҫай – менашшеларҙың мең башлыҡтары.


– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Сион өсөн йәнем әсей Минең, шуға күрә уның дошмандарына ҡарата асыуым уғата көслө».


Гидғонға Раббы рухы иңде. Гидғон мөгөҙ борғо ҡысҡыртты һәм Авиғәзәр нәҫеле йыйылышып уға эйәрҙе,


Яныңдағы ҡасандыр хакимыңа хеҙмәт иткән башҡа кешеләрең менән бергә таңдан тороғоҙ ҙа, яҡтырыр-яҡтырмаҫтан ҡуҙғалығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ