Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 12:18 - Изге Яҙма

18 Шул саҡ утыҙҙың башлығы Ғамасайҙы рух сорнап ала һәм ул былай ти: – Эй Дауыт, беҙ һинекеләр! Эй Ишай улы, беҙ һинең менән! Именлек һиңә, именлек! Һиңә ярҙам итеүселәр ҙә имен булһын! Һиңә ярҙам итеүсе Аллаң Үҙе бит! Шул саҡ Дауыт уларҙы ҡабул итә лә ғәскәр башлығы итеп ҡуя.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 12:18
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иттай батшаға былай тип яуап ҡайтарҙы: – Тере Раббы ла, хакимым батша ла шаһит: үлем өсөнмө, йәшәү өсөнмө хакимым батша ҡайҙа булһа, мин ҡолоң да шунда буласаҡмын.


Авшалом Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп Ғамасаны тәғәйенләне. Ғамаса Исмәғил ҡәүеменән Йәҫәр исемле бер кешенең улы ине. Әсәһе Нахаш ҡыҙы Авигаил – Серуяһтың ҡыҙ туғаны. Серуяһ иһә – Йоавтың әсәһе.


Ғамасаға иһә әйтегеҙ: «Һин минең йәнем менән тәнем түгелме ни? Әгәр ҙә мәгәр һине Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуймаһам, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн».


Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.


Ә исраилдарҙы Сөләймән ҡолға әйләндермәне. Улар батшаға һуғышсылар, ярандар, түрәләр, ғәскәр башлыҡтары, яу арбаларында һәм атлы ғәскәрендә башлыҡ булараҡ хеҙмәт итте.


Йеһу ары китте һәм Рехав улы Йеһонадавты осратты. Уға сәләм биреп: – Минең йөрәгем һинең яҡлы, һинең йөрәгең дә шулаймы? – тип һораны. – Минең дә шулай, – тип яуапланы Йеһонадав. – Улайһа бир ҡулыңды, – тине Йеһу һәм уны ҡулынан тартып үҙенең яу арбаһына ултыртты.


Һарай идарасыһы, ҡала башлығы, аҡһаҡалдар, батша балаларының тәрбиәселәре Йеһуға: «Беҙ һинең ҡолдарың, ни әйтһәң, шуны эшләргә әҙербеҙ. Берәүҙе лә батша итеп ҡуйырға ниәтебеҙ юҡ. Үҙеңә нисек ҡулай, шулай эшлә», – тигән яуап ебәрҙе.


Йеһу тәҙрәгә туп-тура төбәлеп: – Кемегеҙ минең яҡлы? – тип ҡысҡырҙы. Һарай әһелдәренең икәү-өсәүһе үрелеп ҡарағас:


Бына Дауыттың ҡаһарман яугирҙәренең исемлеге: өс баһадирҙан торған төркөмдөң башлығы Яшовғам, Хахмониҙың улы. Ул, үҙенең һөңгөһөн өс йөҙ кешегә ҡаршы күтәреп, бөтәһен бер юлы ҡырып һала.


Уларҙың ҡаршыһына сығып, Дауыт былай ти: – Әгәр һеҙ изге ниәт менән, миңә ярҙам итергә тип килһәгеҙ, йөрәгем һеҙҙең менән булыр; ә инде ҡулым яуызлыҡтан пак булған мине дошмандарыма тотоп бирергә тигән мәкер менән килһәгеҙ, ата-бабаларыбыҙ Аллаһы күрһен дә Үҙе хөкөм ҡылһын.


Авигаил Исмәғил ҡәүеменән Йәҫәр тигән кешегә тормошҡа сыға һәм уларҙың Ғамаса тигән улы тыуа.


Ул дөрөҫлөктө һарайта итеп кейҙе, Ҡотолоу торҡаһын башына һалды, Үслек ябынсаһына уранды, Ярһыуына япма һымаҡ төрөндө.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ул көндәрҙә һәр тел һәм милләттә ун кеше бер йәһүҙиҙең итәгенә йәбешеп: „Һеҙҙең менән барайыҡсы, сөнки Алланың һеҙҙең менән булғанын ишеттек“, – тип әйтер».


Кем Минең менән түгел, шул Миңә ҡаршы. Кем Минең менән бергә йыймай, шул тарҡата.


Ошо ҡағиҙә буйынса йәшәгәндәргә һәм Алланың Исраил халҡына именлек һәм шәфҡәт булһын.


Сорға менән Әштәол араһында Дан ырыуы тупламында уны тәүге тапҡыр Раббы рухы ҡөҙрәтләндерҙе.


Ғоҫниилға Раббы рухы иңде һәм ул Исраилдың хакимы булды. Ғоҫниил яуға сыҡты. Раббы Арам батшаһы Кушан-Ришғаҫаимды уның ҡулына тапшырҙы һәм Ғоҫниил уны еңде.


Гидғонға Раббы рухы иңде. Гидғон мөгөҙ борғо ҡысҡыртты һәм Авиғәзәр нәҫеле йыйылышып уға эйәрҙе,


Ләкин Рут: – Яңғыҙыңды ташлап ҡалдырырға өгөтләмә мине. Һин ҡайҙа барһаң, мин дә шунда барам, һин ҡайҙа төйәкләнһәң, мин дә шунда төйәкләнәм. Һинең халҡың – минең халҡым, һинең Аллаң минең Аллам булыр.


Шемуил Раббы әйткәнсә эшләне – Бейт-Ләхәмгә килде. Ҡаланың аҡһаҡалдары ҡурҡышып уға ҡаршы сыҡты. – Именлек менән килдеңме? – тип һоранылар.


– Именлек менән, – тип яуапланы Шемуил. – Раббыға ҡорбан ҡылырға килдем. Изгеләнегеҙ ҙә минең менән бергә ҡорбан ашына барығыҙ. Ул Ишай менән улдарын пакландырҙы һәм ҡорбан мәжлесенә саҡырҙы.


Шаул янында торған ярандарына: – Эй Бинйәмин улдары, мине тыңлағыҙ! – тине. – Ишайҙың улы һәр берегеҙгә баҫыуҙар, йөҙөм баҡсалары бирер, һәр берегеҙҙе мең башы, йөҙ башы итеп ҡуйыр, тип уйлайһығыҙмы?


Эй атам, ҡара! Ҡулыма ҡара, был һинең сапаныңдың салғыйы! Сабыуыңды ҡырҡып алдым, ә үҙеңде үлтермәнем. Белеп тор, ҡулымда яманлыҡ та, мәкер ҙә юҡ. Мин һиңә ҡаршы гонаһ ҡылманым. Ә һин, йәнемде алмаҡ булып, мине эҙәрләйһең.


Һинең менән минең аралағын Раббы Үҙе хөкөм итһен, миңә ҡылған яуызлығың өсөн язаны Раббы һиңә Үҙе бирһен. Ә мин һиңә ҡаршы ҡул күтәрмәйәсәкмен.


Раббы беҙгә Үҙе хөкөмдар булһын һәм минең менән һинең аралағын Ул хөкөм итһен. Ул дәғүәмде ҡарар, хәл итер, мине һинең ҡулыңдан ҡотҡарыр.


Ҡайһыларын мең башы, ҡайһыларын илле башы итер. Ерен һөрҙөрөр, игенен урҙырыр. Һуғыш ҡоралы, яу арбалары өсөн кәрәк-яраҡ оҫталарҙар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ