9 Дауыттың ҡеүәте арта бара, абруйы күтәрелә, сөнки Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы уның менән була.
Шаулдың нәҫел-нәсәбе менән Дауыт нәҫеле араһындағы талаш-тартыш бик оҙаҡҡа һуҙылды. Дауыт көсәйгәндән-көсәйә барҙы, ә Шаул нәҫеле хәлһеҙләнде.
Дауыттың ҡеүәте арта барҙы, абруйы күтәрелде, сөнки Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы уның менән булды.
Дауыт, Миллонан башлап ҡәлғә тирәләй төҙөлгән диуарға тиклем, бөтә ҡаланы төҙөкләндереп сыға. Ҡаланың ҡалған өлөшөн Йоав аяҡҡа баҫтыра.
Әүәл Пинхас Әлғазар улы улар өҫтөнән башлыҡ була һәм Раббы уны ҡурсалап йөрөтә.
Мордехай батша һарайында ҡеүәтле кешегә әйләнде, шөһрәте бөтә өлкәләргә таралды. Мордехайҙың абруйы торған һайын арта барҙы.
Иманлылар юлынан тайпылмаҫ; Ҡулы пак булғандарҙың ҡеүәте артыр.
Маҡтау йырлағыҙ Аллаға, йырлағыҙ; Батшабыҙға маҡтау йырлағыҙ!
Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.
„Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле; Эй Исраил халҡы, ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың Изгеһе, Һинең Ҡотҡарыусыңмын.
Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк.
Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?