Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 11:23 - Изге Яҙма

23 Бенаяһ йәнә буйы биш терһәк булған бер Мысыр кешеһен үлтерә. Ул мысырлының ҡулында туҡыу ыҫтанының арҡыры таяғы һымаҡ оҙон һөңгө була, ә Бенаяһ уға ҡаршы таяҡ менән бара. Мысыр кешеһенең ҡулынан һөңгөһөн тартып алып, үҙ ҡоралы менән уның йәнен ҡыя.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 11:23
6 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына ниндәй батырлыҡтар күрһәтә Йеһоядағ улы Бенаяһ. Ул теге өс батыр кеүек маҡтаулы була.


Шунан һуң пелештиҙәр менән тағы бер алыш була. Шунда Яғыр улы Әлханан Ғаҫ кешеһе Голиаҫтың туғаны Лахмиҙы еңә. Лахмиҙың һөңгө һабы туҡыу ыҫтаны таяғы оҙонлоҡ була.


Башан батшаһы Ғоғ рефалар нәҫеленән һуңғы кеше ине. Уның һикеһе – тимер һике – хәҙер ғаммондарҙың Рабба ҡалаһында тора, оҙонлоғо – ҡабул ителгән үлсәм менән туғыҙ терһәк, ә иңе – дүрт терһәк.


Пелештиҙәр тупламынан Ғаҫ ҡалаһынан булған Голиаҫ атлы бәһлеүән сыҡты. Буйы – алты терһәк тә бер ҡарыш ине.


Шунан Дауыт йүгереп барҙы ла уның янына килеп баҫты. Ул пелештиҙең ҡылысын ҡынынан һурып алды, уны үлтереп, башын сабып өҙҙө. Бәһлеүәндәренең үлгәнен күреп, пелештиҙәр ҡаса башланы.


Оҙон һөңгөһөнөң һабы туҡыу ыҫтанының арҡыры таяғы кеүек, ә тимер башағы – алты йөҙ шекел ауырлығында. Голиаҫтың алдынан ҡалҡан йөрөтөүсеһе килә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ