19 Шунан ул былай ти: – Аллам һаҡлаһын был һыуҙы эсеүҙән! Ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып йөрөгән кешеләрҙең ҡаны бит был! Эсмәй Дауыт һыуҙы. Бына ниндәй ҡаһарманлыҡтар күрһәтә ул өс батыр!
Әммә йәне булғанды, йәғни ҡанлы итте, ашамағыҙ.
Ул шунда былай тине: – Раббы һаҡлаһын был һыуҙы эсеүҙән! Ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып йөрөгән кешеләрҙең ҡаны бит был! Эсмәне Дауыт был һыуҙы. Бына ниндәй ҡаһарманлыҡтар күрһәтте ул өс батыр!
Әммә Навоҫ: – Алла һаҡлаһын! Нисек мин аталарымдан ҡалған биләмәне һиңә бирәйем? – тип яуап ҡайтарҙы.
Шунан һуң ошо өсәү, пелештиҙәр тупламы аша һуғышып үтеп, Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан Дауытҡа һыу алып килә. Әммә Дауыт ул һыуҙы эсергә теләмәй, Раббы ризалығына тип ергә түгә.
Йоавтың туғаны Авишай утыҙ ҡаһармандың башлығы була. Бер ваҡыт ул, һөңгөһөн күтәреп, өс йөҙ кешене үлтерә лә теге өс батыр кеүек дан ҡаҙана.
Өйөмдәге кешеләрҙең: „Туйғансы итен ашаһаң ине“, – тип әйткәне бармы?
Юҡҡа ғына һәр бер көнөм яра, Ә һәр иртәм ғазап булдымы ни?»
Әгәр ҙә Исраил халҡынан йәки араларында йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе ҡан ейһә, Мин был кешегә ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан ҡыуасаҡмын.
– Был – Минең күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан.
Минең тәнем – ысын ризыҡ, ҡаным – ысын эсемлек.
Улар минең хаҡыма ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтә берҙәмлектәре лә рәхмәтле.
Ниңә һуң беҙ ҙә ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуябыҙ?
Ә Зевулун ғәскәре үлемдән ҡурҡманы, Йәнен аяманы Нафтали улдары яу ҡырында.
Атайым һеҙҙең өсөн яу сапты, ғүмерен аяманы, һеҙҙе мидйәндәр ҡулынан ҡотҡарҙы.
Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, пелештиҙе үлтерҙе. Раббы бөтә Исраилға бөйөк еңеү бирҙе. Быны һин үҙең дә күреп торҙоң, ҡыуандың. Шулай булғас, ниңә ғәйепһеҙгә ҡан түгергә, Дауытты бер сәбәпһеҙ үлтереп гонаһ ҡылырға уйлайһың?