14 был яугирҙәр баҫыу уртаһына тороп ала ла ошо ерҙе һаҡлап ҡала һәм пелештиҙәрҙе тар-мар итә – Раббы исраилдарҙы оло еңеүгә өлгәштерә.
Әлғазар ныҡ торҙо; ҡулы хәлһеҙләнеп, усы ҡылысына йәбешкәнсе пелештиҙәрҙе ҡырҙы. Раббы ул көндә исраилдарға оло еңеү насип итте. Кире боролоп килгән ғәскәр Әлғазар артынан мәйеттәрҙең әйберен йыйып ҡына йөрөнө.
Арам батшаһының Нағаман тигән ғәскәр башлығы бар ине. Хакимы уны ифрат ныҡ хөрмәт итә һәм ололай торғайны, сөнки Раббы уларға Нағаман аша еңеү биргәйне. Нағаман бик ҡаһарман яугир ине, тик махау ауырыуынан йонсоно.
Пелештиҙәр һуғышыр өсөн Пас-Даммимға йыйылғанда, ул Дауыт менән бергә була. Бындағы арпа баҫыуында исраилдар пелештиҙәрҙән ҡаса башлағас,
Пелештиҙәр Рефалар үҙәнендә туплам ҡороп урынлашҡас, утыҙ башлыҡ араһынан ошо өс ҡаһарман Дауытҡа Ғадуллам мәмерйәһе янындағы ҡая эргәһенә килә.
Һин яратҡандар Һиңә шөкөр итәләр, Раббы, Тоғро бәндәләрең маҡтау яуҙыралар.
Яу көнөнә аттарҙы алдан әҙерләйҙәр, тик еңеүҙе бары Раббы ҡаҙандыра.
Раббы был көндө Исраилды ҡотҡарҙы. Һуғыш Бейт-Ауен аръяғына тиклем йәйелде.
Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, пелештиҙе үлтерҙе. Раббы бөтә Исраилға бөйөк еңеү бирҙе. Быны һин үҙең дә күреп торҙоң, ҡыуандың. Шулай булғас, ниңә ғәйепһеҙгә ҡан түгергә, Дауытты бер сәбәпһеҙ үлтереп гонаһ ҡылырға уйлайһың?