10 Раббы һүҙе буйынса Дауытты бөтә исраилдар менән бергә Исраилға батша итеп ҡуйҙырыуға бөтә тырышлығын һалған кешеләр түбәндәгеләр була.
Авнер Дауытҡа: – Инде китергә рөхсәт бир, мин хакимым батшаға бөтә Исраил халҡын йыйып килтерәм. Улар һинең менән килешеү төҙөр. Һин кем өҫтөнән хакимлыҡ итергә теләйһең, шуларҙың барыһына ла батша булырһың, – тине. Шунан һуң Дауыт Авнерҙы имен-аман ҡайтарып ебәрҙе.
Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары Хевронға батша янына килә. Хевронда Раббы хозурында Дауыт улар менән килешеү төҙөй. Аҡһаҡалдар, Раббының Шемуил аша еткерелгән һүҙе буйынса, Дауытты Исраилға батша итеп мәсехләй.
Дошман баҫҡынсыларына ҡаршы торғанда Дауытҡа улар ҙур ярҙам күрһәтә, сөнки ҡаһарман яугирҙәр була. Улар Дауыт ғәскәрендә башлыҡтар булып китә.
Раббы һүҙе буйынса Шаул батшалығын уға тапшыртыр өсөн Дауыт янына Хевронға килгән ҡораллы яугирҙәрҙең һаны:
Йәһүҙә ырыуынан – ҡалҡан менән һөңгө йөрөткән яуға әҙер алты мең һигеҙ йөҙ кеше;
Бөтә был яугирҙәр, ихлас йөрәктән Дауытты бөтә Исраилға батша итеп ҡуйырға тип, Хевронға саф-саф булып теҙелеп килә. Башҡа исраилдар ҙа Дауытты батша итеү ниәтендә берҙәмлек күрһәтә.
Улар Дауыт янында өс көн була, ашап-эсеп һыйлана, сөнки туғандары улар өсөн барыһын да әҙерләп торған була.
Батша хеҙмәтендә булған исраилдарҙың ғаилә башлыҡтары, мең баштары һәм йөҙ баштары, мөдирҙәр исемлеге түбәндә бирелә. Егерме дүртәр мең яугирҙән торған төркөмдәр батшаға уның бөтә эштәрендә йыл әйләнәһенә берәр ай сиратлап хеҙмәт итә.
Дауыт Йәрүсәлимгә Исраилдың барлыҡ түрәләрен: ырыу башлыҡтарын, батша хеҙмәтендәге хәрби бүлек етәкселәрен, мең баштарын, йөҙ баштарын, батшаның һәм уның улдарының бар мөлкәте һәм мал-тыуары өсөн яуаплы кешеләрҙе, һарай әһелдәрен, батыр яугирҙәрҙе һәм барлыҡ ғәйрәтле ирҙәрҙе йыя.
Раббы Шемуилға: – Һин ҡасанға тиклем Шаул өсөн көймәксеһең? Мин унан баш тарттым – ул Исраилға башҡаса батша булмаясаҡ. Мөгөҙгә зәйтүн майы тултыр ҙа юлға сыҡ. Мин һине Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишай тигән кешегә ебәрәм: уның улдарының береһен батша итеп күҙләнем, – тине.