2 Пелештиҙәр, Шаул менән улдарын ҡыуып етеп, Шаулдың улдары Йонаҫанды, Авинадавты, Малкишуағты үлтерәләр.
Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Мысыр фирғәүене Нехо, Ашшур батшаһына ярҙам итер өсөн, яу менән Евфрат йылғаһына йүнәлде. Йошияһ батша уға ҡаршы сыҡты һәм фирғәүен, Йошияһ менән Мегиддола осрашып, уны үлтерҙе.
Сидкияһтың улдарын уның күҙ алдында сәнсеп үлтерҙеләр, унан үҙенең күҙен һуҡырайттылар һәм, баҡыр бығау кейҙереп, Бабилға алып киттеләр.
Шаулдың үҙе менән аяуһыҙ алыш ҡыҙа һәм уҡсы яугирҙәр уны ҡаты яралай.
Нерҙың улы – Ҡиш, Ҡиштың улы – Шаул, Шаулдың улдары – Йонаҫан, Малкишуағ, Авинадав һәм Әшбәғел.
Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.
Шаулдың Йонаҫан, Йишви һәм Малкишуағ тигән улдары булды. Йәнә ике ҡыҙы булып, олоһоноң исеме Мерав, ә кесеһе Михәл ине.
Йонаҫан ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Әйҙә, был сөннәтһеҙҙәрҙең ғәскәре торған яҡҡа сығайыҡ, – тине. – Бәлки, Раббы беҙҙең өсөн берәй ғәмәл ҡылыр. Ҡотҡарам тиһә, Раббыға һинең күплегең дә, аҙлығың да ҡамасау түгел.
Пелештиҙәр, Шаул менән улдарын ҡыуып етеп, Шаулдың улдары Йонаҫанды, Авинадавты, Малкишуағты үлтерҙе.