12 ҡаланың ғәйрәтле ирҙәре аяҡҡа баҫа һәм Шаул менән уның улдарының кәүҙәләрен Явешҡа алып ҡайта. Шунан уларҙың һөйәктәрен Явештағы имән ағасы аҫтына ерләйҙәр һәм ете көн ураҙа тоталар.
Ибрам был ерҙәрҙе Шәхәм тигән урындағы Море имәнлегенә тиклем арҡырыһын-буйын йөрөп сыҡты. Ул заманда бында ҡәнғәниҙәр йәшәй ине.
Рабиғаның һөт әсәһе Девора вафат булғас, уны Бейт-Илдән түбәндәрәк бер имән ағасы төбөнә ерләнеләр. Шуға күрә был ағасҡа Аллон-Бахут тигән исем бирелде.
Иордан аръяғындағы Горен-Атадҡа барып еткәс, улар күмәкләшеп ҡысҡырып илай-илай матәм йолаһын үткәрҙеләр. Йософ атаһы өсөн ете көн йәш түкте.
Һәммә халыҡ көн дауамында Дауытҡа ашарға тәҡдим итте, әммә ул: «Әгәр ҙә мин ҡояш байығанға тиклем ауыҙыма икмәк йәки башҡа берәй ризыҡ ҡаба ҡалһам, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тип ант итте.
Ғилғәд Явешы халҡы пелештиҙәрҙең Шаул менән ни ҡылғанын ишеткәс,
Ҡустыларының вафаты айҡанлы Марта менән Мәрйәмде йыуатырға күп кенә йәһүдтәр килгәйне.
Ғаммон батшаһы Нахаш яу менән килеп Ғилғәд Явешын ҡамап алды. Бөтөн Явеш халҡы Нахашҡа: – Беҙҙең менән килешеү төҙө, беҙ һиңә хеҙмәт итербеҙ, – тине.
Явеш илселәренә: – Ғилғәд Явешы халҡына, иртәгә көн ҡыҙыуына тиклем ҡотҡарыласаҡһығыҙ, тип әйтегеҙ, – тинеләр. Илселәр ҡайтып был хәбәрҙе еткергәс, Явеш халҡы шатланып китте.
ҡаланың ғәйрәтле ирҙәре аяҡҡа баҫты һәм, төнө буйы барып, Шаул менән уның улдарының кәүҙәләрен Бейт-Шеан диуарынан алдылар ҙа Явешҡа алып ҡайтып яндырҙылар.