44 Белағ донъя ҡуйғас, Босранан Зерахтың улы Йовав тәхеткә ултыра.
Раббының ҡылысы – ҡанға, Ҡуй һәм кәзә тәкәләре ҡанына туйынды. Эс майына, һарыҡ тәкәләренең бөйөр майына буялды. Сөнки Раббы Босрала ҡорбан килтерә, Эдомда оло ҡырылыш бара.
Эдомдан килә ятҡан кем? Ал кейемдәр кейеп Босранан килгән кем ул? Күҙ ҡамаштырырлыҡ кейемдәрҙә Бөйөк ҡөҙрәт менән килгән кем? «Ул Мин – еңеү иғлан итеүсе, Ҡотҡарырға ҡөҙрәте булған».
Сөнки Үҙем менән ант итәм, – тип белдерә Раббы, – Босра ҡалаһы харабаға, ҡурҡыныс урынға әйләнер, хурлыҡҡа ҡалыр һәм ләғнәткә дусар булыр, эргә-тирәһендәге ҡалалар ҙа мәңгелек бушлыҡҡа әйләнер.
Теманға Мин ут төртәм, Босра ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!»
«Эй Яҡуп нәҫеле, Мин һеҙҙе мотлаҡ бергә туплайым, Исраилдың иҫән ҡалғандарын йыйып алам. Аҙбарҙағы һарыҡ, көтөүлектәге мал һымаҡ Илегеҙ кешеләр менән тулыр.