6 Хеҙмәтсеһе иһә: – Ҡара әле, был ҡалала бер Алла бәндәһе бар, бик абруйлы кеше. Нимә әйтһә лә, ғәмәлгә аша. Әйҙә шунда барайыҡ. Бәлки, ул беҙгә юл күрһәтер, – тине.
Бөгөн ҡоҙоҡ янына килдем дә былай тинем: «Йә Раббы, хужам Ибраһимдың Аллаһы! Әгәр юлымды хәйерле ҡылырға яҙғанһың икән,
Батша Садоҡ ҡаһинға тағы ла былай тине: – Һин бит аңлай торған кеше, ҡалаға иҫән-имен ҡайт, улың Ахимағасты һәм Әвйәҫәр улы Йонаҫанды үҙең менән ал. Икегеҙ ҙә улдарығыҙ менән ҡайтығыҙ.
Яровғам хуш еҫ төтәтмәк булып ҡорбан усағы янында торған саҡта, бер Алла бәндәһе Раббы ҡушыуы буйынса Йәһүҙәнән Бейт-Илгә килде.
Алла бәндәһе Ильясиғин, Исраил батшаһының кейемдәрен йыртҡанын ишеткәс, уға: «Нишләп кейемеңде йыртаһың? Ул кеше миңә килһен. Исраилда пәйғәмбәр барлығын белһен», – тигән хәбәр ебәрҙе.
– Ҡайһы тирәгә төштө? – тип һораны Алла бәндәһе. Тегеһе балта батҡан урынды күрһәтте. Пәйғәмбәр бер сыбыҡ ҡырҡып алды ла шул тәңгәлгә ырғытты. Балта башы шунда уҡ ҡалҡып сыҡты.
Аяҡтарым тигеҙ юлға баҫты. Йыйында Раббыға маҡтау йырлайым.
Үҙ ҡоломдоң һүҙҙәрен раҫлайым, Илселәрем әйткәнде бойомға ашырам, Йәрүсәлимгә: „Тиҙҙән бында халыҡ йәшәйәсәк“, Йәһүҙә ҡалаларына: „Һеҙ яңынан төҙөләсәкһегеҙ, Емеректәрегеҙ аяҡҡа баҫтырыласаҡ“, – тип әйтәм;
Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.
Бына Алла бәндәһе Мусаның вафаты алдынан Исраил халҡына биргән фатихаһы.
Һеҙ иманлылар алдында үҙебеҙҙе ни тиклем изге, ғәҙел һәм эскерһеҙ тотоуыбыҙға һеҙ ҙә, Алла Үҙе лә шаһит.
Хеҙмәттәре өсөн уларға айырыуса оло ихтирам күрһәтегеҙ һәм уларҙы яратығыҙ; үҙ-ара тыныс йәшәгеҙ.
Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.
Бына бер Алла бәндәһе килеп, Ғәлигә былай тине: – Раббы әйтә: «Ата-бабаң нәҫеленә Мысырҙа фирғәүенгә ҡол булған саҡтарында уҡ асылманыммы ни Мин?
– Бына, миндә сирек шекел көмөш бар, – тине хеҙмәтсеһе. – Барасаҡ юлыбыҙҙы әйткән өсөн Алла бәндәһенә шуны бирермен.