5 Суфҡа килеп еткәс, Шаул хеҙмәтсеһенә: – Әйҙә боролайыҡ. Юғиһә атайым, ишәктәре өсөн борсолоуҙан туҡтап, беҙҙең өсөн хафалана башлар, – тине.
Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ. Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни?
Ниңә кейем тип ҡайғыраһығыҙ? Яландағы ләләләрҙең нисек үҫкәнен ҡарағыҙ: улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй.
Шулай булғас, иртәгә өсөн борсолмағыҙ. Иртәгәһе көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәте үҙенә етерлек.
Ғибәҙәтханаларға, башлыҡтар йәки хакимиәт кешеләре алдына килтерелгән ваҡытта, үҙебеҙҙе нисек яҡларға, нимә тип яуап бирергә, тип борсолмағыҙ.
Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ.
Әфраим таулығындағы Рамаҫаим-Суфим ҡалаһында бер кеше йәшәй ине. Уның исеме Әлҡана булып, Әфраим ырыуынан Йерохамдың улы ине. Йерохам – Әлиһу, Әлиһу – Тоху, ә Тоху иһә Суфтың улы.
Бөгөн, минән киткәндән һуң, Бинйәмин ерендәге Селсахта, Рәхилә ҡәбере эргәһендә, ике кешене осратырһың. Улар һиңә: «Эҙләп сыҡҡан ишәктәрең табылды. Атайың инде ишәктәрҙе уйламай, улыма ни булды икән, тип һинең өсөн хәүефләнә», – тип әйтер.