4 Шаул хеҙмәтсеһе менән Әфраим таулығын артылды, Шалиша ерен үтте, тапманы, Шағалим ерен уҙҙы – ишәктәр унда ла юҡ ине. Унан Бинйәмин еренә еттеләр – унда ла булманы.
Паддан-Арамдан ҡайтҡас, Яҡуп Ҡәнғәндең Шәхәм ҡалаһына иҫән-һау килеп етте һәм унан алыҫ түгел ерҙә туҡталды.
Бәғел-Шалишанан бер кеше Алла бәндәһенә тәүге уңыштан егерме арпа көлсәһе менән тоҡта башаҡтар алып килде. – Кешеләргә өләшеп бир, – тине Ильясиғин хеҙмәтсеһенә. – Ашаһындар.
Яхъя ла Салейм янындағы мул һыулы Айнонда килгән кешеләрҙе һыуға сумдыра ине.
Шағалаббин, Айялон, Итла,
Һарун улы Әлғазар вафат булды. Уны улы Пинхастың биләмәһендә – Әфраим таулығындағы Пинхас Гивғаһында дәфен ҡылдылар.
Әфраим таулығында Михаяһ тигән кеше йәшәй ине.
Исраилда батша булмаған ул заманда Әфраим таулығындағы алыҫ бер битләүҙә леви кешеһе йәшәй ине. Ул Йәһүҙә Бейт-Ләхәменән үҙенә йәриә алды.
Әфраим таулығындағы Рамаҫаим-Суфим ҡалаһында бер кеше йәшәй ине. Уның исеме Әлҡана булып, Әфраим ырыуынан Йерохамдың улы ине. Йерохам – Әлиһу, Әлиһу – Тоху, ә Тоху иһә Суфтың улы.
Бер көндө Шаулдың атаһы Ҡиштың инә ишәктәре юғалды. Ҡиш улы Шаулға: – Хеҙмәтселәрҙең берәйһен ал да ишәктәрҙе эҙләп алып ҡайт, – тине.