Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 9:25 - Изге Яҙма

25 Табыныу ҡалҡыулығынан ҡалаға төшкәс, Шемуил Шаул менән өйөнөң башында һөйләште.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 9:25
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер кисте Дауыт, түшәгенән тороп, һарайының башына йөрөргә сыҡты һәм унан һыу ҡойонған бер ҡатынды күреп ҡалды. Ул ҡатын ғәжәп сибәр ине.


Шулай итеп, һәммә халыҡ ботаҡтар йыйып килтереп, үҙ йорто түбәһендә, ихатала, Алла йорто ихаталарында, Һыу ҡапҡаһы, Әфраим ҡапҡаһы майҙанында ҡыуыштар эшләне.


Йәрүсәлимдең йорттары, Йәһүҙә батшаларының һарайҙары Төфәҫ кеүек нәжес булыр. Сөнки уларҙың баштарында күк есемдәренә бағышлап хуш еҫ төтәттеләр, башҡа илаһтарға түкмә ҡорбандар килтерҙеләр“».


Мин һеҙгә ҡараңғыла һөйләгәндәрҙе көн яҡтыһында һөйләгеҙ, ҡолағығыҙға шыбырлап әйткәнде ҡыйыҡтарҙан иғлан итегеҙ.


Өй ҡыйығында булғандар, әйберҙәрен алыр өсөн аҫҡа төшөп, ваҡытын әрәм итмәһен;


Ләкин халыҡ араһынан үтергә юл таба алмағанлыҡтан, өй башына менеп, ҡыйығын һүтеп, ауырыуҙы түшәге менән бергә төркөм уртаһына, Ғайсаның алдына төшөрҙөләр.


Икенсе көндө төш мәлендә, был кешеләр ҡалаға етеп килгәндә, Петрус яҫы түбәле өйҙөң башына доға ҡылырға менде.


Яңы өй һалһаң, түбә ҡырыйына һаҡлағыс таҡта ҡуй: бер кем дә ҡыйыҡтан ҡолап төшмәһен һәм ҡаны һинең өҫтөңдә булмаһын.


Икенсе көндө иртән иртүк торҙолар. Шемуил Шаулды өй башынан саҡырып: – Әйҙә тор, мин һине оҙатып ҡуяйым, – тине. Шаул Шемуил менән бергә тышҡа сыҡты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ