22 Шемуил Шаул менән хеҙмәтсеһен бүлмәгә алып инде, саҡырылған утыҙлап кеше араһында иң түрҙән урын бирҙе.
Йософҡа ашарға айырым, ҡунаҡтарға айырым, мысырҙарға айырым ҡуйҙылар, сөнки мысырҙарға ғивриҙәр менән бергә ултырып ашарға ярамай, мысырҙар өсөн был ерәнгес һанала ине.
Киреһенсә, мәжлескә саҡырылһаң, килгәс, ишек янынан урын ал, шунда хужа, эргәңә килеп: «Дуҫ, түргәрәк күсеп ултыр», – тип әйтер. Шунда башҡа ҡунаҡтар алдында баһаң артыр.
Шаул уға: – Мин Исраилдың иң бәләкәй ырыуы Бинйәминдән түгелме ни? – тип яуап ҡайтарҙы. – Нәҫелем дә Бинйәмин ырыуындағы нәҫелдәр араһында иң бәләкәйе. Ни өсөн миңә улай тип әйтәһең?
Шунан ашнаҡсыға: – Мин һиңә, быныһын ситкәрәк һалып тор, тип биргән өлөштө алып кил, – тине.