Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 9:21 - Изге Яҙма

21 Шаул уға: – Мин Исраилдың иң бәләкәй ырыуы Бинйәминдән түгелме ни? – тип яуап ҡайтарҙы. – Нәҫелем дә Бинйәмин ырыуындағы нәҫелдәр араһында иң бәләкәйе. Ни өсөн миңә улай тип әйтәһең?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 9:21
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки Һин язалағанды һаман эҙәрләйҙәр, Һин яра һалғандарҙың әрнеүенән көлөп һөйләйҙәр.


Ғәйептәре өҫтөнә ғәйеп өй; Һинең алдыңда аҡлана алмаһындар!


Әфраим һөйләгән саҡта, барыһы ла тетрәп торҙо, Исраилда ул юғары дәрәжәлә ине, Әммә Бәғелгә табынып ғәйепкә батты һәм харап булды.


Үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.


Миңә, бөтә изгеләр араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


Ләкин ҡайһы бер алама кешеләр: – Шул беҙҙе ҡотҡара алыр тиһеңме? – тип Шаулды һанға һуҡманы һәм уға бүләктәр килтермәне. Әммә Шаул быны ишетмәмешкә һалышты.


Шаулдың атаһы Ҡиш менән Авнерҙың атаһы Нер – Авиилдың улдары.


Шемуил былай тип бәйән итте: – Үҙеңде түбән тип һанаған хәлдә лә Исраил ырыуҙарына башлыҡ булманыңмы? Раббы һине мәсехләп, Исраилға батша итеп ҡуйманымы ни?


Әммә Дауыт Шаулға: – Батшаға кейәү булырға, үҙем кем дә Исраилда ғаиләм һәм атамдың нәҫел-нәсәбе кем? – тип яуап бирҙе.


Шаулдың ярандары был һүҙҙәрҙе Дауытҡа ишеттерҙе. Дауыт уларға: – Минең кеүек бер ябай, ярлы кешегә батшаның кейәүе булыу анһат тип уйлайһығыҙмы әллә? – тип яуап бирҙе.


Шемуил Шаул менән хеҙмәтсеһен бүлмәгә алып инде, саҡырылған утыҙлап кеше араһында иң түрҙән урын бирҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ