Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 9:2 - Изге Яҙма

2 Ҡиштың Шаул исемле йәш, күркәм улы бар ине. Исраилдар араһында унан да матурырағы булмағандыр. Буйы һәр кешенән бер башҡа ҡалҡыуыраҡ ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 9:2
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Нерҙың улы – Ҡиш, Ҡиштың улы – Шаул, Шаулдың улдары – Йонаҫан, Малкишуағ, Авинадав һәм Әшбәғел.


Раббы былай ти: «Аҡыллы кеше аҡылы менән маҡтанмаһын, Көслө көсө менән маҡтанмаһын, Бай байлығы менән маҡтанмаһын.


Улар үҙҙәре ҡарап ҡайтҡан ер тураһында Исраил халҡы араһында насар хәбәр тарата башланы: – Беҙ ҡарап үткән ерҙәр үҙендә йәшәүселәрҙе йота икән. Унда беҙ осратҡан кешеләр әзмәүер кеүек.


Шунан Бинйәмин ырыуына ингән нәҫелдәрҙе айырым-айырым үҙ янына саҡырҙы, Матри нәҫеле күрһәтелде. Һуңынан Матри нәҫеленән Ҡиштың улы Шаул күрһәтелде. Уны эҙләй башланылар, әммә таба алманылар.


Әммә Раббы Шемуилға: – Уның матурлығы менән буйсанлығына ҡарама. Мин уны кире ҡаҡтым, Раббы әҙәм кеүек күрмәҫ. Кеше тышҡы ҡиәфәткә, ә Раббы йөрәккә ҡарай, – тине.


Пелештиҙәр тупламынан Ғаҫ ҡалаһынан булған Голиаҫ атлы бәһлеүән сыҡты. Буйы – алты терһәк тә бер ҡарыш ине.


Бер көндө Шаулдың атаһы Ҡиштың инә ишәктәре юғалды. Ҡиш улы Шаулға: – Хеҙмәтселәрҙең берәйһен ал да ишәктәрҙе эҙләп алып ҡайт, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ