19 – Әүлиә мин булам, – тип яуапланы Шемуил Шаулға. – Әйҙә алдымдан атла, табыныу ҡалҡыулығына барайыҡ. Бөгөн һеҙ минең менән тәғәм ейерһегеҙ. Иртәгә китерһең. Күңелеңдәгенең барыһын да әйтеп оҙатырмын.
– Барығыҙ әле, минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп биргән Кешене күрегеҙ. Бәлки, Ул Мәсихтер? – тине.
Уның йәшерен ниәттәре асылыр һәм ул йөҙтүбән ҡапланыр ҙа Аллаға табынып: «Алланың һеҙҙең арағыҙҙа булыуы хаҡ», – тип әйтер.
Шаул ҡапҡа эргәһендә торған Шемуил янына килеп: – Әүлиәнең өйө ҡайҙа икән, әйтмәҫһеңме? – тип һораны.
Ә өс көн элек юғалған ишәктәрең өсөн борсолма, улар табылды. Исраилдың бөтөн өмөтө һиңә һәм һинең атайың ғаиләһенә йүнәлгән түгелме?