15 Шаул килерҙән бер көн алда Раббы Шемуилға былай тип әшкәрткәйне:
Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы! Һин Үҙеңдең ҡолоңа: «Йорт төҙөрмөн», – тип әйткәйнең. Шуға күрә мин ҡолоң бөтә йөрәгем менән Һиңә ошо доғамды юлларға баҙнат иттем.
Кешенең ҡолағын аса, Иҫкәртеүҙәр менән ҡотон ала,
Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.
Шунан улар батша һораған, һәм Алла Бинйәмин нәҫеленән булған Ҡиш улы Шаулды биргән. Ул ҡырҡ йыл идара иткән.
Уҙған төндә миңә үҙем инанып хеҙмәт иткән Алланың бер фәрештәһе күренде.
Шемуил Шаулға былай тине: – Раббы мине Үҙенең халҡы Исраилға һине батша итеп мәсехләргә ебәргәйне. Инде Раббының һүҙҙәрен тыңла.
– Был булмаясаҡ! Һин үлмәйәсәкһең, – тине Йонаҫан. – Атайым миңә белдермәйенсә ҙур эшкә лә, бәләкәй эшкә лә тотонмай. Нишләп ул был ниәтен минән йәшерһен? Улай булмаясаҡ!
Раббы Шилола күренеүен дауам итте: Ул Үҙенең һүҙе аша Шемуилға асыла торған булды.
Шаул менән хеҙмәтсеһе ҡалаға китте. Ҡалаға килеп ингәндә, табыныу ҡалҡыулығына барырға тип сыҡҡан Шемуил уларҙың ҡаршыһына осраны.
Шемуил Шаулды күргәс, Раббы уға: – Бына Мин һиңә әйткән кеше. Халҡыма ул идара итер, – тине.