8 Мин уларҙы Мысырҙан алып сыҡҡан көндән алып бөгөнгә тиклем Миңә нимә ҡылған булһалар, һиңә лә шулай эшләйҙәр: улар Мине ташлап, башҡа илаһтарға хеҙмәт иттеләр.
Ата-бабаларыбыҙҙың гонаһтарын таҡма беҙгә. Рәхим-шәфҡәтеңде күрһәтә һал – Беҙ бөтөнләй көсһөҙләнеп киттек.
– Раббы ҡулынан Мысырҙа үлгәнебеҙ яҡшыраҡ булыр ине, – тине исраилдар. – Унда ҡаҙан тулы ит алдында ултырыр, икмәкте лә туйғансы ашар инек. Һеҙ беҙҙе был сүлгә бөтә халыҡты астан үлтерер өсөн алып килдегеҙ!
Кешеләр Мусаны ғәйепләй башланы. Унан: – Беҙгә эсәр һыу бир, – тип таптырҙылар. – Ниңә һеҙ мине ғәйепләйһегеҙ? – тине Муса. – Ниңә Раббыны һынайһығыҙ?
Мусаның һаман тауҙан әйләнеп ҡайтмауын күргәс, халыҡ Һарунды уратып алды ла: – Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһ эшлә, – тине, – сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан әҙәм, теге Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ.
„Үҙен һиңә һатып, алты йыл хеҙмәт иткән ғиври ҡәрҙәшеңде һәр етенсе йыл азат ит; һиңә алты йыл эшләгәс, уны иреккә ебәр“, – тинем. Әммә ата-бабаларығыҙ Мине тыңламаны, ҡолаҡ һалманы.
Ул миңә: – Эй әҙәм улы, Мин һине Исраил халҡына, Миңә ҡаршы баш күтәргән фетнәсел халыҡҡа ебәрәм. Улар үҙҙәре лә, ата-бабалары ла ошо көнгә тиклем Миңә ҡаршы гонаһ ҡылып килә.
Иртәгәһенә бөтә Исраил йәмғиәте: – Раббының халҡын һеҙ үлтерҙегеҙ, – тип Муса менән Һарунға ябырылды.
Мин һеҙҙе белә башлағандан алып, Раббыға буйһонмаҫ бер халыҡ булдығыҙ.
Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылырға тотондо, һәм Раббы уларҙы ҡырҡ йылға пелештиҙәр ҡулына тапшырҙы.
Исраилдарға ныҡ асыуланған Раббы былай тине: – Был халыҡ ата-бабалары менән Мин төҙөгән килешеүҙе боҙған һәм Мин әйткәндәрҙе тыңламаған өсөн,
Эһуд вафат булғас, Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы.
Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы, һәм Раббы уларҙы ете йылға мидйәндәр ҡулына тапшырып ҡуйҙы.
Раббы Шемуилға: – Халыҡтың һиңә нимә тип әйткәнен тыңла. Улар һинән баш тартмай, ә үҙҙәренең батшаһы булараҡ Минән баш тарта, – тине. –
Инде уларҙы тыңла, ләкин үҙҙәренә хакимлыҡ итәсәк батшаның хоҡуҡтары тураһында алдан уҡ ҡаты иҫкәрт.