7 Раббы Шемуилға: – Халыҡтың һиңә нимә тип әйткәнен тыңла. Улар һинән баш тартмай, ә үҙҙәренең батшаһы булараҡ Минән баш тарта, – тине. –
– Бөгөн кис Раббы һеҙгә ризыҡланырға ит, ә иртәнсәк туйғансы ашарлыҡ икмәк бирер, сөнки Ул Үҙенә ҡаршы һуҡранғанығыҙҙы ишетте, – тине Муса. – Ә беҙ шул тиклем кем? Беҙгә түгел, Раббыға ҡаршы һүҙ әйтәһегеҙ һеҙ!
Мин дә Үҙ юлымды һайлайым: Уларҙы ғазапҡа дусар итәм, Ниҙән ҡурҡһалар, шуны баштарына ебәрәм. Сөнки Мин саҡырғанда яуап ҡайтарыусы булманы, Мин һөйләгәндә тыңламанылар, Мин яман һанағанды эшләнеләр, Мин хуп күрмәгәнде һайланылар».
„Үҙен һиңә һатып, алты йыл хеҙмәт иткән ғиври ҡәрҙәшеңде һәр етенсе йыл азат ит; һиңә алты йыл эшләгәс, уны иреккә ебәр“, – тинем. Әммә ата-бабаларығыҙ Мине тыңламаны, ҡолаҡ һалманы.
Ул миңә: – Эй әҙәм улы, Мин һине Исраил халҡына, Миңә ҡаршы баш күтәргән фетнәсел халыҡҡа ебәрәм. Улар үҙҙәре лә, ата-бабалары ла ошо көнгә тиклем Миңә ҡаршы гонаһ ҡылып килә.
Әммә Исраил нәҫеленең һине тыңлағыһы килмәйәсәк, сөнки улар Мине тыңларға теләмәй. Бөтә Исраил нәҫеле тиҫкәре һәм башбаштаҡ.
Алла төндә Билғам эргәһенә килде лә былай тине: – Был кешеләр һине саҡырырға килгән икән, тор ҙа улар менән бар, тик Мин һиңә нимә ҡушһам, шуны ғына эшлә.
Һеҙҙе ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән Мине Ебәргәнде ҡабул итә.
Һеҙҙе тыңлаған кеше Мине тыңлай, һеҙҙе кире ҡаҡҡан кеше Мине кире ҡаға; Мине кире ҡаҡҡан иһә Мине Ебәргәнде кире ҡаға.
Халыҡ иһә уны яратмаған һәм: «Беҙ уның батшалыҡ итеүен теләмәйбеҙ», – тип, артынса уҡ илселәр ебәргән.
Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында алып килегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған.
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел, илсе лә үҙен ебәргәндән ҙур түгел.
Гидғон уларға: – Мин һеҙгә хакимлыҡ итмәйем, минең улым да хакимлыҡ итмәйәсәк: һеҙгә Раббы хакимлыҡ итер, – тине.
Әммә һеҙ бөгөн, үҙегеҙҙе бөтә бәлә-ҡазаларҙан, ҡайғыларҙан ҡурсалаған Аллағыҙҙы инҡар итеп, Уға: «Беҙҙең өҫтән батша ҡуй», – тинегеҙ. Инде хәҙер Раббы ҡаршыһына ырыу-ырыу, нәҫел-нәҫел булып баҫығыҙ.
Шемуил бөтә Исраилға былай тине: – Бына мин, һеҙ миңә нимә тип әйтәһегеҙ, шуларҙың барыһын да тыңланым: өҫтөгөҙҙән батша ҡуйҙым.
Әммә Ғаммон батшаһы Нахаштың һеҙгә ҡаршы сыҡҡанын күргәс, миңә: «Юҡ, беҙҙең өҫтән батша хакимлыҡ итһен», – тинегеҙ, ә бит һеҙҙең батшағыҙ Раббы Үҙе!
Раббы Шемуилға: – Уларҙың һүҙҙәрен тыңла, өҫтәренән батша ҡуй, – тине. Шунан Шемуил исраилдарға: – Һәр кем үҙ ҡалаһына ҡайтһын, – тине.
Мин уларҙы Мысырҙан алып сыҡҡан көндән алып бөгөнгә тиклем Миңә нимә ҡылған булһалар, һиңә лә шулай эшләйҙәр: улар Мине ташлап, башҡа илаһтарға хеҙмәт иттеләр.