22 Раббы Шемуилға: – Уларҙың һүҙҙәрен тыңла, өҫтәренән батша ҡуй, – тине. Шунан Шемуил исраилдарға: – Һәр кем үҙ ҡалаһына ҡайтһын, – тине.
Асыулы сағымда Мин һиңә батша бирҙем, Ярһығанда уны тартып алдым.
Раббы Шемуилға: – Халыҡтың һиңә нимә тип әйткәнен тыңла. Улар һинән баш тартмай, ә үҙҙәренең батшаһы булараҡ Минән баш тарта, – тине. –
Бинйәмин ырыуынан Ҡиш тигән бер арҙаҡлы кеше була торғайны. Атаһы Авиил, Авиилдың атаһы Серор, Серорҙың атаһы Бехораҫ, ә Бехораҫтыҡы – Афиах.