13 Пелештиҙәр шул рәүешле баҫтырылды. Улар башҡаса Исраил ерҙәренә инмәне. Шемуилдың бөтә ғүмере буйы Раббының ҡулы пелештиҙәргә ҡаршы булды.
Күпмелер ваҡыт үткәс, Дауыт, пелештиҙәрҙе ҡыйратып, уларҙы үҙенә буйһондорҙо һәм Мәҫәг-Амманы тартып алды.
Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылырға тотондо, һәм Раббы уларҙы ҡырҡ йылға пелештиҙәр ҡулына тапшырҙы.
Һин, ауырға ҡалып, малай табырһың. Ул баланың башына бәке теймәһен, сөнки әсә ҡарынынан уҡ был бала Аллаға бағышланып нәзир булыр. Ул Исраилды пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡара башлар.
Мидйәндәр ана шулай Исраил халҡына буйһондо, башҡаса баш күтәрмәне. Гидғон хакимлыҡ иткән заманда илдә ҡырҡ йылға тыныслыҡ урынлашты.
Раббы Йеруббәғелде, Баракты, Ифтахты, Шемуилды ебәрҙе һәм һеҙҙе уратып алған дошмандарығыҙ ҡулынан ҡотҡарҙы. Хәүефһеҙ йәшәнегеҙ.
Әммә һандыҡ унда килтерелгәндән һуң, Раббының ҡулы ул ҡалаға ла бәлә-ҡаза килтерҙе: олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтәһенең тәненә оролар үҫеп сыҡты. Халыҡтың ҡото алынды.