12 Шемуил бер таш алды, уны Миспа менән Шен араһына ҡуйҙы ла: – Раббы ошонда тиклем беҙгә ярҙам итте, – тине. Ул был ташты Әвән-Ғезәр тип атаны.
Был урынды Ибраһим Йәһүә-Йире тип атаны. «Раббы тауында хәстәрләнер», – тигән әйтем шунан ҡалған.
Яҡуп Алла үҙе менән һөйләшкән урынға таш бағана ҡуйҙы ла ошо таш өҫтөнә түкмә ҡорбан итеп шарап менән зәйтүн майы ҡойҙо.
Батшаның исеме мәңге йәшәһен, Даны ҡояштай ғүмерле булһын, Бар халыҡтар уның аша фатиха алһын, Ҡәүемдәр уны бәхет эйәһе тип атаһын!
Хакимлығы яңы сабылған болонға яуған ямғыр, Тупраҡты һуғарған көслө ямғыр һымаҡ булһын!
Муса ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны Йәһүә-Нисси, йәғни «Раббы – минең байрағым» тип атаны.
Ул көндө Мысыр уртаһында Раббы өсөн ҡорбан усағы төҙөлөр, илдең сигендә Раббы хөрмәтенә изге бағана ҡуйылыр.
Ләкин Алланың ярҙамы менән мин бөгөнгө көнгәсә ныҡ торам, олоһонан кесеһенәсә шаһитлыҡ бирәм. Мин пәйғәмбәрҙәр һәм Муса, киләсәктә буласаҡ, тип алдан әйткән хәлдәрҙән тыш бер нәмә лә һөйләмәйем.
Алла беҙҙе үлем дәһшәтенән ҡотҡарҙы һәм тағы ла ҡотҡарасаҡ әле. Киләсәктә лә ҡотҡарасағына ышанып, Уға өмөт бағлайбыҙ,
Йушағ шулай уҡ Иордан йылғаһы уртаһында, Килешеү һандығын күтәргән ҡаһиндар торған ергә лә ун ике таш ҡуйҙы. Был таштар әле лә шунда тора.
Шаул Раббыға бағышлап ҡорбан усағы төҙөнө. Был уның Раббыға бағышлап ҡорған тәүге ҡорбан усағы ине.
Шемуилдың һүҙе бөтә Исраилға таралды. Шул осорҙа исраилдар пелештиҙәргә ҡаршы яуға сыҡты. Улар Әвән-Ғезәрҙә, ә пелештиҙәр Афеҡта туплам ҡорҙо.
Пелештиҙәр, Алла һандығын ҡулға төшөргәндән һуң, уны Әвән-Ғезәрҙән Ашдодҡа килтерҙеләр.
Исраилдар Миспанан сығып, пелештиҙәрҙе Бейт-Карға еткәнсе ҡыра-ҡыра баҫтырып барҙы.