11 Исраилдар Миспанан сығып, пелештиҙәрҙе Бейт-Карға еткәнсе ҡыра-ҡыра баҫтырып барҙы.
Раббы Исраил ғәскәрҙәре алдында әмөриҙәрҙе дәһшәткә һалды. Исраилдар, дошмандарын Ғивғон эргәһендә тар-мар итеп, бөйөк еңеүгә өлгәште һәм ҡасҡандарын Бейт-Хоронға күтәрелгән юл буйлап Ғазыҡаға һәм Маҡҡыдаға еткәнсе ҡырып барҙы.
Шемуил тотош яндырыу ҡорбаны ғәмәлен башҡарған ваҡытта, пелештиҙәр исраилдарға һөжүм итмәк булып яҡынлашты. Әммә Раббы ул көндө ҡеүәтле ауаз менән гөрһөлдәп пелештиҙәрҙең ҡотон алды. Улар Исраил яугирҙәре тарафынан тар-мар ителде.
Шемуил бер таш алды, уны Миспа менән Шен араһына ҡуйҙы ла: – Раббы ошонда тиклем беҙгә ярҙам итте, – тине. Ул был ташты Әвән-Ғезәр тип атаны.