Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 6:9 - Изге Яҙма

9 Әммә артынан күҙәтеп барығыҙ. Әгәр ҙә ул үҙ еренә, Бейт-Шәмәшкә барған юлға төшһә, был оло ҡазаны беҙгә Исраил Аллаһы ебәргән булыр. Юҡ икән, был ҡаза беҙгә Унан килмәгән, ә осраҡлы ғына хәл икәнен аңларбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 6:9
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Мин осраҡлы ғына Гилбоағ тауына барып сыҡҡайным, ҡараһам, Шаул һөңгөһөнә таянып тора. Дошмандың яу арбалары менән һыбайлылары уға яҡынлашып килә ине.


Бен-Дәҡәр – Маҡаста, Шағалвимда, Бейт-Шәмәштә, Элон-Бейт-Хананда;


Бына Исраил батшаһы Йеһоаш яуға сыға һәм Йәһүҙәнең Бейт-Шәмәш ҡалаһында уның менән йөҙмә-йөҙ осраша.


Еңеллек килгәнен күреп, фирғәүен йәнә ҡарышты: Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны.


Был ҡояш аҫтында мин тағы ла шуны күрҙем: Ярышта еңеү иң етеҙҙәргә, Алышта иң ҡыйыуҙарға булмай икән. Эшләп тапҡан икмәк – иң аҡыллыларға, Байлыҡ – белемлеләргә, Абруй-хөрмәт оҫталарға эләкмәй. Быларҙың барыһын да осраҡлылыҡ һәм ваҡыт хәл итә.


Йә Раббы! Яза өсөн ҡулың күтәрелгән, Әммә яуыздар быны күрмәй. Халҡың өсөн ашҡынып тороуыңды күрһәт, Әйҙә улар оятҡа ҡалһындар. Дошмандарыңа ҡаршы яҡҡан ут Уларҙы ялмап юҡ итһен.


Ҡалала борғо ҡысҡыртырҙармы, Ҡурҡырға сәбәп булмаһа? Раббы Үҙе ебәрмәһә, Ҡалаға афәт килерме?


Шулай тура килгән: шул уҡ юлдан бер ҡаһин китеп барған, тик, әлеге кешене күргәс, уны урап үткән.


Бағаланан сик көнбайышҡа, Сеғир тауы яғына, борола, Еғарим, йәғни Кесалон тауының төньяҡ битләүенән үтеп, Бейт-Шәмәш эргәһенә төшә, Тимна янынан үтеп,


Ғайн, Ютта һәм Бейт-Шәмәште, уларҙы уратып алған көтөүлектәрҙе, был ике ырыуҙың ер биләмәһенән барлығы туғыҙ ҡаланы алды.


Шулай эшләнеләр: тәүгә быҙаулаған ике тана һыйырҙы алып килеп арбаға ектеләр, быҙауҙарын өйҙә бикләп ҡалдырҙылар.


Һыйырҙар туп-тура Бейт-Шәмәш юлынан китте. Уңға ла, һулға ла боролманылар, мөңрәй-мөңрәй бер генә юлдан барҙылар. Пелешти хакимдары уларҙың артынан Бейт-Шәмәштең сигенә тиклем күҙәтеп килде.


Тегеләр: – Исраил Аллаһының һандығын кире ҡайтарырға булһағыҙ, буш ебәрмәгеҙ, – тип яуапланылар. – Уны мотлаҡ рәүештә ғәйеп ҡорбаны менән бергә кире бирегеҙ. Шул саҡта һауығырһығыҙ һәм Уның ҡулы һеҙҙе ни өсөн язалағанын аңларһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ