Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 6:4 - Изге Яҙма

4 – Ғәйеп өсөн Уға ниндәй ҡорбан ебәрәйек һуң? – тип һораны пелештиҙәр. Ҡаһиндар һәм күрәҙәселәр: – Пелешти хакимдары һанынса, алтындан яһалған биш оро менән биш сысҡан булһын, сөнки хакимдарығыҙға ла, һеҙгә лә бер төрлө ҡаза булды, – тинеләр. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 6:4
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраил халҡы Муса ҡушҡанса эшләне – мысырҙарҙан алтын-көмөш әйберҙәр, кейем-һалым һорап алды.


йәғни Мысыр сигендәге Шихор йылғаһынан алып төньяҡта Ғәҡрон сигенә тиклем бөтә ерҙәр. Хәҙер был ерҙәр Ҡәнғәндеке һанала. Унда биш пелешти хакимы – Газа, Ашдод, Ашҡылон, Ғаҫ һәм Ғәҡрон ҡалалары менән идара иткән ерҙәр, шулай уҡ ғаууиҙар йәшәгән көньяҡ төбәктәр;


Шимшонды Раббы рухы солғап алды. Ул Ашҡылонға барып утыҙ кешене үлтерҙе лә, уларҙың кейемен һалдырып алып, йомаҡ сискән кешеләргә бирҙе. Шунан ярһыған килеш атаһының өйөнә ҡайтып китте.


биш пелешти бейе, Ливан тауҙарында, Бәғел-Хермон тауынан алып Лево-Хамаҫҡа тиклем, йәшәгән барлыҡ ҡәнғәниҙәр, сидондар һәм хиууиҙәр.


Үлмәй ҡалғандар оролар менән ҡапланғайны. Ҡала халҡының аһ-зары күктәргә олғашты.


Раббының ҡулы Ашдодта һәм уның тирәһендә йәшәүселәрҙе ауыр ҡазаларға дусар итте, уларҙың тәндәренә оролар сығарып, ҡоттарын алды.


Әммә һандыҡ унда килтерелгәндән һуң, Раббының ҡулы ул ҡалаға ла бәлә-ҡаза килтерҙе: олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтәһенең тәненә оролар үҫеп сыҡты. Халыҡтың ҡото алынды.


Ороларығыҙҙың һындарын һәм илегеҙгә ҡырғын килтергән сысҡандарҙың һынын яһағыҙ ҙа, Исраил Аллаһына хөрмәт күрһәтегеҙ. Бәлки, Ул һеҙҙән, илаһтарығыҙҙан, ерегеҙҙән ҡаты ҡулын алыр.


Раббының һандығын арбаға ҡуйығыҙ, ә ғәйеп өсөн ҡорбан итеп ебәрелгән алтын әйберҙәрегеҙҙе, йәшниккә һалып, уның эргәһенә ултыртығыҙ. Шунан һандыҡты ебәрегеҙ, китһен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ