Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 6:21 - Изге Яҙма

21 Улар Ҡыръяҫ-Еғаримда йәшәүселәргә: – Пелештиҙәр Раббының һандығын кире бирҙе. Килегеҙ, уны үҙегеҙгә алып ҡайтығыҙ, – тип илселәр ебәрҙеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 6:21
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт, эргәһендәге халыҡ менән бергә, кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исемен йөрөткән Алла һандығын алып ҡайтыу өсөн, Йәһүҙәләге Бағала ҡалаһына юлланды.


Раббы исеменән пәйғәмбәрлек иткән Шемағъяһ улы Урияһ тигән йәнә бер кеше булды. Ул сығышы менән Ҡыръяҫ-Еғаримдан ине. Ул да, Йермеяһ әйткәнсә һөйләп, был ҡалаға һәм илгә ҡаршы пәйғәмбәрлек итте.


Барығыҙ Шилоға, Мин тәү тапҡыр исемемде төйәкләндергән урынды ҡарағыҙ! Халҡым Исраилдың яуызлығы арҡаһында уны нимә эшләткәнемде күрегеҙ.


Шулай икән, исемемә бағышланған, өмөтөгөҙҙө бағлаған был ҡорамды ла, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән урынды ла Шило хәленә ҡалдырасаҡмын.


Ҡыръяҫ-Бәғел, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим, һәм Рабба – тирә-яҡтағы ауылдары менән ике ҡала.


Тау башынан сик һыҙығы Нәфтоах сығанағына табан борола ла, Ғәфрон тауындағы ҡалаларға етеп Бағала, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим яғына китә.


Унда сик, Бейт-Хорондан көньяҡтараҡ ятҡан тауҙан һуң ер бүлеменең көнбайыш ситен урап үтеп, көньяҡҡа борола, Йәһүҙә ырыуыныҡы булған Ҡыръяҫ-Бәғел, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим ҡалаһында тамамлана. Был – көнбайыш сик.


Исраилдар юлға сыҡты һәм өсөнсө көнөнә хиууи ҡалалары Ғивғон, Кефира, Беероҫ һәм Ҡыръяҫ-Еғарим янына килеп туҡтаны.


Улар Йәһүҙәләге Ҡыръяҫ-Еғаримда туплам булып торҙо. Шуның өсөн дә был ерҙе әле булһа Махане-Дан тип йөрөтәләр. Ул Ҡыръяҫ-Еғаримдан көнбайыштараҡ урынлашҡан.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ