Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 6:19 - Изге Яҙма

19 Раббы һандығының эсен асып ҡараған өсөн, Алла Бейт-Шәмәш халҡынан етмеш кешене һәләк итте. Раббы ебәргән был оло ҡазаға халыҡ ныҡ иланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 6:19
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул саҡ Раббының Ғуззаға ҡаршы асыуы ҡабарҙы һәм Ул һандыҡҡа ҡағылырға батырсылыҡ иткән Ғуззаның ғүмерен өҙҙө. Ғузза шунда, Алла һандығы янында, йән бирҙе.


Бына Исраил батшаһы Йеһоаш яуға сыға һәм Йәһүҙәнең Бейт-Шәмәш ҡалаһында уның менән йөҙмә-йөҙ осраша.


Раббы Мусаға: – Бар, төш тә халыҡты иҫкәрт: Раббыны күрергә ашҡынып сикте үтмәһендәр, юҡһа уларҙың күптәре харап булыр.


Кешеләр, был янау һүҙҙәрен ишеткәс, ҡайғыға батты. Бер кем дә биҙәнеү әйберҙәре таҡманы.


Сатырҙы бер урындан икенсе урынға күсергәндә, уны левиҙәр һүтһен; сатырҙы ҡорорға кәрәк булғанда, уны левиҙәр ҡорһон. Әгәр ҙә сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителһен.


Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булғанда, Һарун менән уның улдары Изге сатырҙы һәм уның бөтә кәрәк-ярағын ҡаплап бөткәс, уны күтәреп алып китер өсөн Ҡыһаҫ улдары килер; тик улар мөҡәддәс әйберҙәргә ҡағылмаһын, юҡһа үлерҙәр. Осрашыу сатырының был әйберҙәрен Ҡыһаҫ нәҫеле йөрөтөргә тейеш.


– Леви ырыуына ҡараған Ҡыһаҫ нәҫеленең юҡҡа сығыуына юл ҡуя күрмәгеҙ,


Әммә Ҡыһаҫ улдары үҙҙәре инеп изге нәмәләргә яҡын килмәһен, хатта күҙ һирпеп тә ҡарамаһын, юҡһа харап ителерҙәр.


Йәшерен булғаны – Аллабыҙ Раббыныҡы, ә асылғаны, беҙ был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен үтәһен өсөн, ғүмерлеккә беҙҙеке һәм беҙҙең балаларҙыҡы.


Яһалма тыйнаҡлыҡтан һәм фәрештәләргә табыныуҙан ләззәт табыусы кешеләрҙең береһе лә һеҙҙе бүләк алыу хоҡуғынан мәхрүм итмәһен. Ундай кеше үҙе күргәндәр менән ғорурлана, кешелек аҡылының буш уйҙары уны маһайыусан итә.


Алланың хөкөм итеү ваҡыты етте, һәм хөкөм Уның йортондағыларҙан башланасаҡ. Был беҙҙән башланһа, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен кире ҡағыусыларҙы нимә көтә һуң? Изге Яҙмала әйтелгәнсә:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ