16 Пелештиҙәрҙең биш хакимы ошоларҙың барыһын да ҡарап торҙо һәм шул көндө үк Ғәҡронға әйләнеп ҡайтты.
йәғни Мысыр сигендәге Шихор йылғаһынан алып төньяҡта Ғәҡрон сигенә тиклем бөтә ерҙәр. Хәҙер был ерҙәр Ҡәнғәндеке һанала. Унда биш пелешти хакимы – Газа, Ашдод, Ашҡылон, Ғаҫ һәм Ғәҡрон ҡалалары менән идара иткән ерҙәр, шулай уҡ ғаууиҙар йәшәгән көньяҡ төбәктәр;
Пелешти бейҙәре был ҡатынға килеп: – Уның еңелмәҫ көсө нимәлә икәнен ипләп кенә белеш. Бәйләп һалып буйһондорор өсөн уны нисек еңергә икән? Ә беҙ һиңә һәр ҡайһыбыҙ бер мең дә бер йөҙ шекел көмөш аҡса бирербеҙ, – тине.
биш пелешти бейе, Ливан тауҙарында, Бәғел-Хермон тауынан алып Лево-Хамаҫҡа тиклем, йәшәгән барлыҡ ҡәнғәниҙәр, сидондар һәм хиууиҙәр.
Бынан һуң Алла һандығын Ғәҡронға ебәрҙеләр. Алланың һандығы ҡалаға инер-инмәҫтән, Ғәҡрон халҡы: – Беҙҙе – бөтә халҡыбыҙҙы үлтереп бөтөр өсөн Исраил Аллаһының һандығын беҙгә килтергәндәр! – тип яр һалды.
Һыйырҙар туп-тура Бейт-Шәмәш юлынан китте. Уңға ла, һулға ла боролманылар, мөңрәй-мөңрәй бер генә юлдан барҙылар. Пелешти хакимдары уларҙың артынан Бейт-Шәмәштең сигенә тиклем күҙәтеп килде.
– Ғәйеп өсөн Уға ниндәй ҡорбан ебәрәйек һуң? – тип һораны пелештиҙәр. Ҡаһиндар һәм күрәҙәселәр: – Пелешти хакимдары һанынса, алтындан яһалған биш оро менән биш сысҡан булһын, сөнки хакимдарығыҙға ла, һеҙгә лә бер төрлө ҡаза булды, – тинеләр. –