15 Левиҙәр, Раббының һандығын һәм алтын әйберҙәр һалынған йәшникте алып, теге ҙур таштың өҫтөнә ҡуйҙы. Был көндө Бейт-Шәмәш кешеләре Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары, башҡа ҡорбандар килтерҙе.
Бағаланан сик көнбайышҡа, Сеғир тауы яғына, борола, Еғарим, йәғни Кесалон тауының төньяҡ битләүенән үтеп, Бейт-Шәмәш эргәһенә төшә, Тимна янынан үтеп,
һәм халыҡҡа ошондай бойороҡ еткерҙе: – Леви нәҫеленән булған ҡаһиндарҙың Аллағыҙ Раббының Килешеү һандығын күтәреп алып китеүен күреү менән, улар артынан эйәрегеҙ.
Ә алтындан ҡойолған сысҡан һындары биш пелешти хакимының биләмәһендәге нығытмалы ҡалалар һәм улар янындағы ауылдар һанынса ине. Ә өҫтөнә Раббының һандығын ҡуйған таш Бейт-Шәмәш кешеһе Йеһошуағтың баҫыуында әлегә тиклем ята.